Пришвин Михаил - Ҡояш хазинаһы (Кладовая солнца). - Өфө, 1951. Страница 3.

ереславль-Залесский калаһынан алыҫ булмаған Блудов һазы буйындағы бер ауылда ике бала ата-әсәһенән етем кала. Уларҙың әсәһе, ауырып, үлә, ә атаһы Ватан һуғышында корбан була.

Беҙ шул ауылда етем калған был балалар­ ҙан бер өй аша ғына тора инек. Билдәле, беҙ ҙә, башка күршеләр шикелле үк, уларға, хәлдән килгәнсә, ярҙам күрһәтергә тырыша торғайнык. Балалар икеһе лә бик Һ ө й к ө м л ө ине. Уларҙың олоһо Настя исемле кыҙ бала. Ул буйға оҙон һынлы, әкиәттәрҙә Һ ө й л ә н ә торған оҙон ботло алтын тауыкка окшай. Уның сәстәре ни кара, ни һары түгел, ә алтын төҫлө йылкылдап тора. Битендәге һипкелдәре бик эре, алтын тәңкәгә
Закрыть