Пришвин Михаил - Ҡояш хазинаһы (Кладовая солнца). - Өфө, 1951. Страница 28.

Беҙ, һунарсылар, таң караңғыһын көткән сакта, иртәнге һалкында, үҙебеҙ был йырҙы нисәмә тапкыр тыңлағаныбыҙ һәм беҙ шул ата ҡорҙарҙың нимә тураһында йырлауҙарын аңларға тырышып карағаныбыҙ бар. һәм улар­ ҙың гөрөлдәүҙәрен үҙебеҙҙең телгә әйләнде­ рел әйтһәк, шундай мәғәнә килеп сыға: Ҡанатыңды, канатыңды Г өр-гөр-гөр, Ҡанатыңды, канатыңды Йолкормон, йолкормон.

Ҡорҙар, талашырға йыйылған сакта, шулай ҡыҙыу гөрөлдәйҙәр, һәм улар шулай гөрөл­ дәгән сакта, шыршы осондағы ҡуйы ботаҡтар араһында бәләкәй генә бер ваҡиға булып алды. Шыршының вак ботаҡтары араһында, сытыр­ ҙан яһаған ояһы эсендә, бер ҡоҙғон күкәй баҫып ултыра. Ҡоҙғон, үҙенең ояһы янында гөрөлдәүсе корҙан куркып, боҫоп ҡына улты­ ра. Ҡоҙғондоң корҙо кыуып ебәргеһе бик килә, ләкин ул, ҡалдырып китһә, иртәнге һалкында күкәйҙәрен һыуыҡ алыуҙан курка. Ояны һаҡ* лаусы ата ҡоҙғон был ваҡытта урманды осоп әйләнергә киткәйне һәм ул берәй шикле нә­ мәгә осрапмы, киткән еренән ҡайтмай оҙаҡла­ ны. Инә ҡоҙғон, ата ҡоҙғондо көтөп, ояһында боҫоһ ята бирҙе, ауыҙынан өнө лә сыкманы 28
Закрыть