Пришвин Михаил - Ҡояш хазинаһы (Кладовая солнца). - Өфө, 1951. Страница 26.

раған тауыштары сак-сак кына ишетелеп кала ине. Балаларҙың баш осонан үткән якты кояш нурҙары йылы бирмәйҙәр ине әле. һаҙ тупра­ ғы бөтөнләй туң ине, вак кына күләүек­ тәрҙең өҫтө йока ғына боҙ менән каплаулы ине.

Урманда — тынлык. Өшөгән балалар шул тиклем шым ултыралар, хатта ағас башында­ ғы кор ҙа уларға иғтибар итмәне. Кор кара- ғай менән шыршының иң осона, уларҙың бо- тактары, бер-береһе менән кушылып, баҫ­ ма шикелле булып торған еренә осоп барып кунды. Шул баҫма өҫтөнә, шыршы яғынарак ултырып алып, кор урман аръяғынан сығып килгән кояштың нурында үҙен бик күңелле тойҙо. Уның башындағы кикереге иртәнге кояш­ тың нурында ут һымак кыҙарҙы. Уның кара- ғускыл түше күкле-йәшелле булып, лира төҫ­ лө йәйелгән аллы-кыҙыллы койроғо бигерәк тә матур булып күренә ине. һаҙҙың вак кына шыршылары өҫтөндәге кояшты күреп калып, ул ултырған урынында, бейек баҫма өҫтөндә һикергеләне. Шул вакытта уның канаты аҫ­ тындағы ап-ак йөндәре күренә биреп калды. Ҡор кыскырып куйҙы: — Шуф! Ши! Гөрр-гөрр!

Күрәһең, корҙоң „ш уф“ тип кыскырыуы 26
Закрыть