Пришвин Михаил - Ҡояш хазинаһы (Кладовая солнца). - Өфө, 1951. Страница 21.

кояшты ҡаршылайҙар, ти торғайны атайым. Был инде, оҙаҡламай кояш сыға тигән һүҙ.

Ләкин, көртмәле йыйыусылар һазлыкка табан түбән төшкән сакта, кояш сыкмағайны, бында кояшты ҡаршылау тантанаһы башлан­ мағайны әле. Кәкере-бөкөрө вак кына бешәлек һәм кайындар өҫтөн һоро томан төҫлө таң ҡа­ раңғыһы каплап тора, һәм ул ҡараңғылыҡ Ш ау­ лы урмандың матур тауыштарын томалап торған төҫлө тойола. Бында тик ҡайҙалыр бүреләрҙең йәмһеҙ, ҡурҡыныс олоуҙары ғына ишетелә.

Настя, өшөп, бөтөнләй шокорайған. Уның танауына ниндәйҙер һаҙ үләненең зәһәрле еҫе килеп бәрелде. Настя ошо һәләкәт көсө алдын­ да үҙен бик бәләкәй һәм кәрһеҙ һымаҡ тойҙо.

— Шул, алыҫта яман тауыш менән олоған нимә ул, Митроша?— тип һораны Настя, ҡурҡыуҙан ҡорошоп ҡына.

— ■! Ул Короған йылға буйында бүре олой. Моғайын, теге һоро помещик исемле бүре олойҙор әле. Атайым һәр ваҡыт, Короған йыл­ ға буйындағы бүреләрҙең бөтәһен дә үлтереп бөткәндәр, ә һоро помещикте үлтереп булмай, тип һөйләй торғайны.

— Ниңә шулай ҡурҡыныс итеп олой һуң ул хәҙер?

Закрыть