М. М. Пришвин Михаил Михайлович Пришвин 1873 йылдың 5 февралендә Орёл, елкәһе Елец калаһы янындағы бер ауылда тыуған. Ул Елец кала- һындағы классик гимназияла укыған. Шунан һуң Рига калаһында* политехник институтта укый башлаған, ләкин институтты тамамлай алмаған: уны революцион түңәрәктә катнашканы өсөн кулға алған дар һәм төрмәгә япкандар. Ул һөргөнгә ебәрелгән, һөргөндән кайт- кас, сит илгә китеп, Лейпциг ҡалаһында университет тамамлаған һәм агроном булып сыккан. Тыуған илгә, Россияға кайткас, ул бер нисә йыл агроном булып эшләй. Шул ук ваҡытта ул матур әҙәбиәт менән дә шөғөлләнә һәм яҙғылай ҙа.
1905 йылдарҙа инде ул, агроном эшен бөтөнләй тршлап, яҙыусылыҡ эшенә тотоноп китә һәм шунан бирле М. Пришвин фәҡәт яҙыусылыҡ эше менән генә шөғөлләнә. М. Пришвин бик күп сәйәхәт итә. Ул әле революцияға тиклем беҙҙең төньяҡ ерҙәрен йәйәү йөрөп сыға, унда йәшәгән халктарҙың тормоштарын, көнкүрештәрен һәм тел ижадын өйрәнә. Шунан аҙаҡ ул үҙенең „Йомғаҡ11, „Кара араб*, „Жень-шень", балалар өсөн хикәйәләр, һунарсылар хикәйәһе һәм башҡа иҫемдәрҙә китаптар баҫтырып сығара.
Уның „Кояш хазинаһы" (русса: „Кладовая солнца") тигән, ысын дан да булған бер хәлдән алып яҙылған, хикәйәһе 1945 йылда; бала лар өсөн иң яҡшы хикәйә яҙыуға булған конкурста беренсе премия менән бүләкләнә.
М. Пришвин был хикәйәһендә беҙҙең бөйөк илебеҙҙең матур тәби ғәте, уның бөтмәҫ-төгәнмәҫ байлыҡтары тураһында һөйләй, һәм ул тәбиғәтте йырлаусы иң талантлы һәм оҫта яҙыусыларҙың береһе^ иҫәпләнә.
Михаил Михайлович Пришвин әҙәбиәттә ҙур хеҙмәттәре өсөн Совет хөкүмәте тарафынан „Хеҙмәт Кыҙыл Байрак" ордене һәм „Знак: почета" ордене менән наградланды. %