Пришвин Михаил - Ҡояш хазинаһы (Кладовая солнца). - Өфө, 1951. Страница 18.

тотондо, төрлө йәнлектәр кыскырыша баш­ ланылар. Коштар, йәнлектәр бөтәһе бер тауыш­ тан тырышып-тырышып ниҙер әйтергә телә­ неләр. Быны Митроша менән Настя лә һиҙә хатта: коштар матур тауыш менән һайрарға тырышалар, гүзәл бер һүҙ әйтергә теләйҙәр.

Ағас ботағында кыҙыл түшле бәләкәй генә бер һандуғас һайрап ултыра. Ул шул тиклем матур һайрарға тырыша, күрәһең, көсәнеүҙән уның канаттары калтырай хатта. Артабанырак, ҡайҙалыр йәнә шуның кеүек һандуғас Ъай- рай. Ләкин улар, кешеләр һымак, һүҙ әйтә алмайҙар. Уларҙың тауышы йә һыҙғырып көйләүгә окшай, йә сутылдаған тауыш сыға, йә үтелдәй, йә текелдәгән була шунда.

— Кыт-кыт-кыт!— ҡайҙалыр ишетелер-ише­ телмәҫ кенә һуйыр кыткылдай.

— Быжк-быжк!— тип баш осонан бер өй­ рәк осоп китте.

— Крәк-крәк!— тип күлдә инә өйрәк ҡыс­ ҡыра.

Кайын ботағында һарһылтып, ҡыҙыл түш турғай һайрай. Бәләкәй генә һаралйын ҡошо­ ноң тауышы ҡыр кәзәһенең бакырыуына ок­ шай. Уның сукышы оҙон, йәмшәйгән ҡаҙауға окшап тора, кыскырыуына урман яңғырап китә. Курпысыктың тауышы „ғыжк-ғыжк“ тигәнгә 18
Закрыть