Пришвин Михаил - Ҡояш хазинаһы (Кладовая солнца). - Өфө, 1951. Страница 16.

Блудов һаҙын боронғо диңгеҙҙең төбө имеш, тип һөйләйҙәр. Ысын диңгеҙҙә утрауҙар бул­ ған шикелле, далала оазистәр булған шикел­ ле, һаҙлыҡта ла түбәләр булалар. Беҙҙең Блудов һаҙында был түбәләр ҡомло бу­ лып, ҡуйы урмандар менән ҡапланғандар, һаҙлыҡ менән бер аҙ барғас, балалар беренсе түбәләге урманға инделәр. Был түбәлә­ ге урманды Бейек Билән һырты тип йөрө­ тәләр. Ошо биләндең башынан, таң яҡтыһы­ ның күкһел саңырты эсендә, Шаулы урман күренә. 1 Шаулы урманға етмәҫ борон ук, һуҡмаҡ­ тың эргәләрендә генә сылт-кыҙыл көртмәлеләр күренә башланы. Балалар, башланғыс тип, көртмәлене тәүҙә өҙөп-өҙөп ҡаптылар. Үҙ ғүмерендә көҙгө көртмәле ашап ҡарамайынса, * яҙғыһын ғына ашап ҡараған ҡешенең әсегә ауыҙы ҡурылыр ине. Ләкин көҙгө көртмәле- р нең нимә икәнен ике етем яҡшы белә ине. Шуға күрә улар уның тәменә һоҡландылар һәм икеһе бер ауыҙҙан ҡабатланылар: — Эй татлы ла инде!

— Эй тәмле, ә?

Шаулы урман балаларҙы ҡуйынын киң асып ҡаршы алды. һаҙ әле лә, апрель айында ла, кара-йәшел мүк менән ҡапланған. Ошо был- 16
Закрыть