Пришвин Михаил - Ҡояш хазинаһы (Кладовая солнца). - Өфө, 1951. Страница 12.

Настя лә йыйынды, ул көртмәле йыйыу өсөн муйынына таҫтамал бәйләп, шуға бер кәрзинкә аҫып алды.

— Таҫтамал ниңә кәрәк инде һиңә? — тип һораны унан Митроша.

— Ни эшләп кәрәкмәһен, ти. Әсәйем урман­ ға бәшмәк йыйырға нисек бара торғайны, белмәйһеңме ни?— тип яуап кайтарҙы уға Настя.

— Бәшмәк йыйырға бит ул! Бик күпте беләһең һин: бәшмәк бит ул күп була. Яу­ рынды баҫа.

— Көртмәле, бәлки, унан да күберәк булыр.

Митроша көртмәле тураһында атаһының әйткән бер һүҙен хәтерләне. Ул сакта улар һуғышка көртмәле йыйғайнылар.

— Иҫеңдәме, атайым анау матур акланда үҫкән көртмәле хакында нимә тигәйне?— тине Митроша апаһына.

— Иҫемдә,—-тине Настя,— ул бер ерҙә көртмәле барлығын һөйләй торғайны, унда көртмәле бик сук, ти торғайны ул. Ә теге матур аклан хакында һөйләгәнен хәтерләмә­ йем. Ул тағы күтерле һукыр Баткыл тураһын­ да ла һөйләй торғайны.

— Ана тегендә күтерле һукыр Баткыл бар, шуның аръяғында бәләкәй генә аклан, — тине 12 ^
Закрыть