Пришвин Михаил - Ҡояш хазинаһы (Кладовая солнца). - Өфө, 1951. Страница 100.

таяк һалып, шунда ауыр кәрзинкәләрен элгән- дәр, арттарынан Антип карттың эте Травка эйәргән.

Улар беҙгә Блудов һаҙында үҙҙәренең күр­ гәндәрен энәһенән ебенә тиклем һөйләп бир­ ҙеләр. Беҙ уларҙың һөйләгән хәбәрҙәренә ба­ рыһына ла ышандык, сөнки улар күп итеп көртмәле йыйып алып кайткандар. Ләкин ун бер йәше менән барған малайҙың хәйләкәр, карт бүрене үлтерә алыуына күп кеше ыша­ нып етмәне. Шулай ҙа был хәбәргә ышаныу­ сыларҙан бер нисә кеше, аркан алып, Мит­ роша бүре аткан урынға сана менән китте һәм күп тә үтмәй үлгән һоро помещикте алып кайттылар. Бүрене алып кайткас, бөтә ауыл кешеһе, эштәрен ташлап, бүре күрә килделәр. Беҙҙең ауылдан ғына түгел, хатта күрше ауыл­ дарҙан да килеүселәр булды. Күпме хәбәр һөйләнде шунда. Кешеләр кемгә күберәк кара- ғандарҙыр, бүрегәме әллә бәләкәй һунарсыға­ мы, әйтеү кыйын. Улар, бүренән күҙҙәрен алып: — Бына беҙ көлә торғайнык, уны „Ир йораты" тип үсекләй инек,— тип куйҙылар.

— Булған да бөткән инде, — тинеләр кайһы берәүҙәр,— тәүәккәлләгән таш йоткан, тигән­ дәр. „Ир йораты" түгел, баһадир булып сыкты был малай.

100 4
Закрыть