Пришвин Михаил - Ҡояш хазинаһы (Кладовая солнца). - Өфө, 1951. Страница 10.

мәлене дарыу урынына ла йөрөтәләр, уны бөтә ауырыуға ла шифалы, тип һөйләй­ ҙәр.

Быйыл яҙ куйы карағайлык араһында кар апрель аҙактарына тиклем иремәй ятты. Лә­ кин һаҙҙа һәр вакыт йылы була: был вакытта унда кар бөтөнләй иреп бөткән була. Митро­ ша менән Настя, был турала кешенән ишетеп, көртмәле йыйырға бармаксы булдылар. Настя, яктырыр-яктырмаҫтан тороп, малдарына бесән һалып инде. Митроша атаһынан калған ҡуш­ көбәкте аҫып алды, сел атыу өсөн кеҫәһенә ем һалып алды һәм компасын да ҡалдырманы, Уның атаһы, урманға китер булһа, бер вакыт­ та ла компасын ҡалдырмай торғайны, һәм Митроша атаһынан һәр вакыт былай тип һо­ рай торғайны: — һин ғүмерең буйы урманда йөрөйһөң. Ур­ манды биш бармағың кеүек беләһең. Был ком­ пастың нимәгә кәрәге бар инде һиңә? Миңә генә бирер ҙә куйыр инең.

Атаһы уға, шаярып: — Шулайын шулай ҙа бит, Дмитрий Пав­ лович, урманда был компас әсәйҙән дә яҡшы­ раҡ була: ҡай сакта күкте болот каплап ала, кояш күренмәй, урманда, ҡайһы якка китергә белмәй, аптырап калаһың. Тоҫмаллап барһаң; ю
Закрыть