Научное наследие государственных деятелей, стоявших у истоков создания Башкирской республики. Т. I - 2021. Страница 375.

Научное наследие государственных деятелей, стоявших у истоков создания Башкирской республики төркмән, үзбәк һәм башҡа төрк милләттәрендә осрауҙың сәбәбе шул бер нисә төрлө төрк ҡәбиләһенең бергә бер ҡәүем булып киткәнлеген күрһәтә. Әммә урыҫ тарихтары был башҡорт исеменең ҡайҙан килеп сығыуы хаҡында төрлө ҡарашталар. Әммә уларҙың үҙ изахтарына1 ки­ тергән дәлилдәре бик зәғиф.

Шулай уҡ Бохаралағы тауға анда башҡорттар торған өсөн ул тауҙың Башҡорт тауы аталып ҡалыуы мөмкин. Мының иң дөрөҫө башҡорт ырыуҙары бик оҙаҡ заман ҡарттар, аҡһаҡалдар ҡул аҫтында йәшә­ гәнлектәренән башта төрк ҡәүемдәре был ырыуҙарҙы баштары ҡарт мәғәнәһендә булған башҡарт тип йөрөткәндәр. Шул һүҙ быларға исем булып киткән. Бер халыҡҡа исем күберәк күршеләре тарафынан бирелә, шул һүҙ аларға атама булып китә.

Башҡорттар хәҙерге урындарында жәнүби Урал, Иҙел, Яйыҡ буйҙа­ рында тыныс йәшәгәндәр. Сөнки был сәхрә оло юл өҫтөндә түгел, ҡояш- сығышынан арҡыры халыҡ үтә алмаҫлыҡ бейек һәм ҡара урманлы Урал тауҙары булған кеүек, күрше тирәләрендә ныҡ ойошҡан көслө халыҡтар ҙа юҡ ине. Башҡорттар мында килеп урынлашыу менән оҙаҡ үтмәй, һун дәүләте емерелде; Дон йылғаһы буйҙарында торған сыуаш атлы төрк халҡы һәм алар артынан аларға бик яҡын ҡәрендәш булған болғар тәр­ ктәре лә Ител (Волга) буйҙап юғары менеп, сыуаштар хәҙерге Сыуаш әлкәһендә, болғарҙар Кама-Волга йылғалары ҡушылған ерҙәрҙә урын­ лашып, Болғар ханлығы төҙөнөләр. Ул мәлдә Башҡортостан менән күр­ ше хәҙерге Минзәлә һәм Бөгөлмә кантондарының байтаҡ ере болғарҙар ҡулында булып, башҡорттар болғар халҡы менән ныҡ ҡатыша башла­ нылар.

Башҡорт — болгар мөнәсәбәте һун хәрәкәте ваҡытында Урта Азияның Арал диңгеҙе тирәһенән Кавказ яғындағы Кубань әлкәһенә һәм Дон йылғаһы буйына килгән күсмә болғарҙар һун ханлығы емерелгәс бында үҙҙәренә айырым хан­ лыҡтар төҙөп, ул ваҡытта бик мәҙәни халыҡ булған грек, әрмән һәм башҡалар менән ҡатышып игенселеккә, һәнәр һәм сауҙаға өйрәнгән инеләр. Быларҙың бер аҙы мажарҙар менән хәҙерге Мажарстанға китеп шунда мажарҙар менән ҡатышып бөттө. Бер аҙы Дунай йылғаһы буй­ ына барып славяндарҙы ҡулға алып хәҙерге Болгария дәүләтен төҙөнө.

1 Изах — аңлатыу, асыҡлау (разъяснение, объяснение). 375 -----------

Страницы:

Обложка 1 2 3 4 5 6 7 8 9 10 11 12 13 14 15 16 17 18 19 20 21 22 23 24 25 26 27 28 29 30 31 32 33 34 35 36 37 38 39 40 41 42 43 44 45 46 47 48 49 50 51 52 53 54 55 56 57 58 59 60 61 62 63 64 65 66 67 68 69 70 71 72 73 74 75 76 77 78 79 80 81 82 83 84 85 86 87 88 89 90 91 92 93 94 95 96 97 98 99 100 101 102 103 104 105 106 107 108 109 110 111 112 113 114 115 116 117 118 119 120 121 122 123 124 125 126 127 128 129 130 131 132 133 134 135 136 137 138 139 140 141 142 143 144 145 146 147 148 149 150 151 152 153 154 155 156 157 158 159 160 161 162 163 164 165 166 167 168 169 170 171 172 173 174 175 176 177 178 179 180 181 182 183 184 185 186 187 188 189 190 191 192 193 194 195 196 197 198 199 200 201 202 203 204 205 206 207 208 209 210 211 212 213 214 215 216 217 218 219 220 221 222 223 224 225 226 227 228 229 230 231 232 233 234 235 236 237 238 239 240 241 242 243 244 245 246 247 248 249 250 251 252 253 254 255 256 257 258 259 260 261 262 263 264 265 266 267 268 269 270 271 272 273 274 275 276 277 278 279 280 281 282 283 284 285 286 287 288 289 290 291 292 293 294 295 296 297 298 299 300 301 302 303 304 305 306 307 308 309 310 311 312 313 314 315 316 317 318 319 320 321 322 323 324 325 326 327 328 329 330 331 332 333 334 335 336 337 338 339 340 341 342 343 344 345 346 347 348 349 350 351 352 353 354 355 356 357 358 359 360 361 362 363 364 365 366 367 368 369 370 371 372 373 374 375 376 377 378 379 380 381 382 383 384 385 386 387 388 389 390 391 392 393 394 395 396 397 398 399 400 401 402 403 404 405 406 407 408 409 410 411 412 413 414 415 416 417 418 419 420 421 422 423 424 425
Закрыть