Научное наследие государственных деятелей, стоявших у истоков создания Башкирской республики рынан аңлана. Ләкин алар мәдәниәттә башҡорттарҙан ни саҡлы алда торһалар ҙа, башҡорт ырыуҙары был урындарға килеп сығыу менән һәр яҡтан бай Урал әлкәһен ташлап китеп Балтик диңгеҙе аръяғына Швеция, Норвегия, Финляндия, Эстонияға күсергә мәжбүр булғандар. Ҡалған ҡәдәреһе башҡа халыҡтар араһына кереп китеп юғалған.
Аларҙан ҡалған нәмәләр Башҡортостанда күп табыла. Аларҙың шах талар ҡаҙып баҡыр, алтын, көмөш эҙләгәндәре лә мәғлүм. Аларҙан һа- уыт-һаба, көмөш, баҡырҙан эшләнгән төрлө ҡоралдар ҡалған. Ни тикле һәнәрле булһалар ҙа фин нәҫелдәре ныҡ ойошҡан, һуғышсан башҡорт тарға ҡаршы тора алмай, торған урындарын ташлап китәргә мәжбүр булғандар.
Боронғо мөәррго^тарҙың башҡорттарҙа финлек хосусиәтен табыуҙа- ры башҡорттарҙың фин нәҫеленән булыуҙарынан түгел, бәлки күп заман күрше тороп бер бере менән ҡатышып йәшәгәнлектәренән. Башҡорттар хәҙерге урындарына килеп урындашыу менән оҙаҡ үтмәй һун тәрктәре Йаурупаға килеп сыҡҡан. Шунан һуң башҡорттар һундар менән ҡа тышып киткәндәр, һундар оҙаҡ дәһем итә алмай, таралып бөтәләр. Анан һуң Кама, Вулга ҡушылған ерҙә боронғо Болғар ханлығы яңынан те релә. Шунан һуң хәҙерге Башҡортостанда йәшәгән башҡорттар Болғар халҡы менән ныҡ ҡатыша башлайҙар.
һун хәрәкәте һәм башҡорттар Мынан ике мең йылдар борон хәҙерге Ҡытайҙың төнъяҡ өлөшөндә хәҙер «Хуан хаһ„ тип йөрөтелгән һуун һыу йылғаһы буйында һун исем ле ҙур һәм көслө бер төрк халҡы тора ине. һундар күршеләре булған ҡы тайҙар һәм тунгус халҡы менән яландар өсөн оҙаҡ ваҡыттар һуғышып торғас, мынан 1800 йьш элек еңелеп, бер аҙы ҡытай халҡы ҡулында ҡа лып ҡытайлаштылар. Ҡалғандары тунғус ҡулына керергә риза булмай ҡояш байышына табан күсеп китеп, юлда барғанда юғарыла бер аҙының исемдәре күрһәтелеп үткән бик күп төрк ырыуҙарын һуғышып алып йәки башҡаса үҙҙәренә эйәртеп Тянь-Шань тауҙарына килеп мында бер ҙур ханлыҡ төҙөнөләр. Был урындарҙа (Урта Азияла) һәр бер 350—400 йыл һайын бер тапҡыр бик ныҡ ҡоролоҡ осоро килеп нисәшәр йыл дар рәттән ҙур ҡоролоҡтар һуҙыла. Йәй көнө үләндәр бөтөнләй көйөп бөтә, малға аҙыҡ ҡалмай. Мына шундай был осорҙа һундар үҙҙәренә 1 Мөэррих — тарихсы, тарих яҙыусы. ---------------------------------------------- 373