Научное наследие государственных деятелей, стоявших у истоков создания Башкирской республики Дөйөм башкорт халҡына, Төбәк шураларга. Фарман № 1 (ҡыҫҡаса алына) Ошо 1917-нсе йыл 25-нсе октябрҙә (иҫкесә) Рәсәйҙең Ваҡытлы хөкүмәте большевик партияһы тарафынан төшөрөлөү айҡаны менән, Рәсәйҙә үҙ-ара һуғыш китте. Большевиктар, Ваҡытлы хөкүмәтте та ратып, Петроград (Ленинград), Мәскәү, Ҡазан, Харьков, Саратов, һа мар, Өфө үә башҡа эске Рәсәй губерналары үҙ ҡулдарына алдылар. Күп илдәр большевиктарҙы танымай, хәҙер үҙ-ара һуғыш китте. Рәсәйҙә кем баш, кем хужа булғанын белер хәл юҡ. Большевиктар бөтә ерҙе крәҫтиәндәргә биреүҙе белдерҙеләр. Шуның арҡаһында Башҡортостан дағы ерһеҙ халыҡтар менән башҡорттар араһында талаш сығырға мөм кин. Хәҙер талауҙар, үлтереүҙәр хөкөм һөрә, суд юҡ, яза юҡ. Бигерәк башҡорт халҡы һымаҡ законға, тәртипкә буйһоноп өйрәнгән халыҡтың ҡанын ҡыҙҙыра. Фронттан ғәскәрҙәр үҙ ихтыярҙары менән ҡайта башла ны, большевиктар мыңа үҙҙәре юл әҙерләй. Хәҙер дөйөм халыҡ тара фынан танылған бер хөкүмәт булмау, Ваҡытлы хөкүмәттең больше виктарға нисбәтән йомшаҡлығы менән иғтибары төшкән Керенский хөкүмәте лә, башҡорттарға йүнләп эшләргә ирек бирмәй. Өйәҙ һәм во лость идараларын тамам ҡаҡшатты.
Был хәлдән нисек ҡотолорға? Ере, милке булған һәр халыҡ үҙ ҡай ғыһын үҙе ҡарау, ерен, малын үҙе һаҡлауҙыр. Башҡортостан өсөн дә идараны үҙ ҡулына алыу тейеш. Большевиктар үҙҙәре, бөтә милләт тәргә ирек, теләһәләр, автономия алырҙар, теләһәләр, Рәсәйҙән бөтөн ләй айырылырҙар, ти. Украина, Бесарабия һәм Дағстан мосолмандары үҙ алдына йәшәгән бөтә идараларҙы үҙ ҡулдарына ала башланылар. Башҡорт халҡы дөйөм съезда ла: «„Мәмләкәттә тәртипһеҙлек китһә, идараны үҙ ҡулына алыр“, — тип ҡарарҙар сығарғайны. Хәҙер Башҡорт шураһы, һис кемгә буйһонмай, Башҡортостанды айырым идара итеү юлына кереште. Өфө, һамар губерналарында башҡорттар татар һәм урыҫтар менән бергә утыралар. Шуның өсөн ул ерҙәрҙә Башҡортостан автономияһын хәҙерҙән иғлан итеп булмай. Ырымбур губернаһындағы башҡорттарҙың фекере асыҡ билдәле булыу менән, мында автономияны иғлан итергә әҙерлек бар. Хәҙер Башҡортостан икегә бүленә. Өфө яҡта ры большевик ҡулында. Ырымбур яғында казактар большевиктарҙы та нымайҙар. Шул сәбәпле Башҡортостан һуғыш аҫтында ҡалыуы мөмкин. Башҡорттар бер-бере менән һуғышырға тейеш түгел, сөнки башҡорт большевик та, меньшевик та түгел. Ул — башҡорт, һуң кем яғында? Бер 228