Һөйләшеүҙе әкиәттәгесә «Борон-борон заманда...» тигән һүҙҙәр менән башлағы килеп тик тора.
Ысын-ысындан борон замандарҙа — 1941 йылдың йә йендә Мәскәүҙә Башҡорт мәҙәниәте декадаһы үткәре лергә тейеш ине. Йыл буйы әҙерлек барҙы, һәр шағир, музыкант, рәссам, актер уға үҙенең көсөнән килгән өлө шөн индерергә тырышты. Әйткәндәй, мин хор өсөн «Күпер аҫты күләгә» тигән шаян йыр яҙҙым. «Күпер аҫты күлә- гә»лә, ысынлап та, мәҙәк хәлдәр булды.
Ләкин өмөттәребеҙгә аҡланырға насип булманы. Бай рам урынына һуғыш килде. «Гитлер, башҡорттарҙың бай рамын боҙор өсөн, юрамал һағалап торғандыр, — тип әсенде халыҡ сәсәне Сәйет Йәрми. — Бының өсөн ул яза һын, әсе язаһын аласаҡ...». Шулай булды ла.
Борон-борон заманда — 1955 йылда Совет иленең баш ҡалаһында башҡорт әҙәбиәте һәм сәнғәтенең ҡеүәтле тантанаһы үтте. Ул саҡта Мәскәү беҙҙең йөрәктәр өсөн сикһеҙ яҡын, сикһеҙ ғәзиз ҡала булды. Ул да үҙенең бик ҙур йомарт йөрәген беҙгә киң асты. Ул һәр кем өсөн изге ҡала булды, һәм үҙенең ошо юғары исемен аҡлап килде.
Беҙгә иң яҡшы залдар, танылған театрҙарҙың иркен сәхнәләре, күргәҙмә майҙансыҡтары бирелде. Декаданың әҙәби өлөшө әкиәттәгеләй яҡты Союздар йортоноң Колонналы залында асылды. Миңә инеш һүҙ әйтеү бәхете тейҙе. Бик ныҡ тулҡынланам. Тиҙҙән тулҡынланыуым баҫыла. Ниңә хафаланырға? Минең алдымда илһамлы йөҙҙәр, беҙҙе ҡарап күреп ҡалырға килгән изге күңелле мәскәүҙәрҙең ҡараштары. Президиум өҫтәле артында трибунанан һулда минең ҡәләмдәш өлкән иптәштәрем Александр Фадеев, Николай Тихонов, Константин Симо нов, Александр Твардовский, Борис Полевой ултыра.
ХӘТЕР ҺӘМ ӨМӨТ САҠЫРЫУЫ БУЙЫНСА 9