шаулы киң майҙандарҙа ла, татыу табындарҙа ла һоҡланып тыңланым, тыңлай киләм. Уның моңон ҡолағымдан алда күңелем ишетә. Сөнки йырҙарын ул ил күңеленән алып, беҙҙең күңелдәргә сәсә. Башҡорт халҡы менән татар хал ҡы араһында йырҙар бүлешеп, көйҙәр уртаҡлашып, ул ике тарафтың да мөхәббәтен яуланы. Ике илдең дә «Халыҡ артисткаһы» исеменә лайыҡ булды.
Ҡәҙерле дуҫтарым, әйҙәгеҙ һөйөклө йырсыбыҙҙы оло байрамы менән күмәкләшеп ҡотлайыҡ, ихлас теләктәре беҙҙе теләйек: «Ете йәшлектәр өсөн дә, етмеш йәшлектәр өсөн дә һин бик ҡәҙерлеһең, Фәриҙә Ҡудашева! Тиҙ генә ҡартаймай, оҙаҡ итеп йәшә, йәме...».
2004 ХАЛЫҠ ПРЕЗИДЕНТЫ Донъя ағышында шундай хәлдәр була: ваҡиғалар ва ҡыт ярҙарына һыйып бөтмәй артылып ташып сыға һымаҡ. Бындай күренеш йәмғиәттәге ҙур тетрәүҙәр, ҡырҡыу үҙгәрештәр, үкенесле юғалтыуҙар, танһыҡ табыштар бер гә килгән осорға хас. һуңғы ун биш йылды мин ана шун- дайҙарҙан тип иҫәпләйем. Ҡасандыр бер шағир былай тигән: «Аҙ йәшәнек, күпте кисерҙек». Был йылдар эсен дәге илебеҙҙәге халыҡтар ҙа, айырым кешеләр ҙә аҡыл айыҡлығына, рух ныҡлығына, әхлаҡ сафлығына һынау тотто. Заман иләге изгелекте — яуызлыҡтан, хәләлде ха рамдан айырырға тырышып, һаман иләй бирә.
Бүтән тарафтарға ҡағылмай, Башҡортостаныбыҙҙың, күп милләтле халҡыбыҙҙың ошо тарихи һынауҙы күңел төшөнкөлөгөнә бирелмәй, ышаныстарын юғалтмай, ижа ди көстәрен ығы-зығыға сарыф итмәй кисереүен билдәләп үткем килә. Сыҙамлыҡ һәм сабырлыҡ үҙе — еңеүҙең бер ҡоралы ул. Шунан ҡеүәтлерәк икенсе ҡорал — ул үҙ-ара татыулыҡ. Бына шул сыҙамлыҡты һәм татыулыҡты рух ландырып, кем үҙ ҡанаты аҫтына алды? Кемдең ҡыйыу һәм өмөтлө ҡараштары кешеләрҙе алға әйҙәне? Бөгөн мин, хөрмәтле тупраҡташтарым, һеҙҙең менән бергә ошо турала уйланамын. Ирекһеҙҙән, хәтерем алыҫта ҡалған яу ҡырына әйләнеп ҡайтты. Әгәр иң хәтәр мәлдәрҙә лә командирыңдың күҙҙәрендә ҡурҡыу, икеләнеү юҡ икән, 30