Ҡамыр баҫыусы еңгә беҙ казарманан сығып киткәндә лә, тағы ла беҙгә әйтәһе һүҙҙәре йәки һорашаһы нәмәләре булған кеүек, беҙҙең ар тыбыҙҙан ҡарап ҡалды.
Буйҙаҡтар казармаһы был казармаға яҡын ине. Беҙ был казарма нан сығып, уға ҡарап барғанда, эштәренән туҡтаған эшселәрҙең төрлө яҡтан ошо казармаларға табан ағылып килеүҙәре күренә ине.
Беҙ туп-тура «буйҙаҡтар казармаһы»на барып индек. Был казарма үҙенең оҙонлоғо, тәҙрәләренең һирәк һәм кескенәлектәре, мейестәре нең һоло кәбәне кеүек йәйелеп һалыныуҙары, шуның менән бергә тәпәшәклеге яғынан ҡарағанда, тап ғаиләле кешеләр торған казарма кеүек булһа ла, эсендәге күренеш яғынан бөтөнләй башҡа ине. Уның ерме, таҡтамы икәнлеге беленмәгән иҙәнендә, нисә көндәрҙән бирле йыйылып килгән тәмәке төпсөктәренән башҡа, унда-бында ырғы тылған иҫке сабаталар, балсыҡ менән ҡыҙарған аяҡ сылғауы өҙөктәре, ашарға ярамағанлыҡтан ташланған балыҡ (вобла) баштары, тағы әллә ниндәй ҡыйҙар көрәп алырлыҡ булып күбәйгәйнеләр.
Казарманың ике яҡ стенаһы буйлап киткән саҡта сысҡан башы ярылырлыҡ яланғас һикеләре, күптән бирле әҙәм ҡулы яҡын бармаған ала-ҡола тәпәшәк мейестәре, тышҡы яҡтағы нәмәләр күренмәҫлек дәрәжәгә килгәнсе саңланып ҡатҡан тәҙрәләре «был казармала күптән бирле әҙәм заты тормай торғандыр» тип әйтерлек йәмһеҙ бер күре неште күҙ алдына килтерәләр ине.
Ысынлап та, беҙ ул казармаға барып ингәс, үҙебеҙҙе әллә ниндәй ташландыҡ, ҡурҡыныслы бер харабаға ингән кеүек һиҙҙек, бында яңылыш килеп ингәнбеҙҙер, тигән һымаҡ бер уйҙа ҡалдыҡ. Казарма ның ҡайһылыр бер мөйөшөнән ишетелгән: «уф-уф, ай-ай» тигән һыҙ- ланыулы ыңғырашыуҙар һәм уға ҡаршы: — Йә, нәмәгә балалар кеүек сыҙамһыҙланаһың!.. — тигән һүҙҙәр ишетелмәһә ине, беҙ был казарманан сығып киткән булыр инек.
Беҙ шөбһәләнә төшөп, шул тауыштар сыҡҡан яҡҡа ҡарап алға атланыҡ. Хәҙер беҙҙең күҙҙәр казарманың моңһоу ҡараңғылығына эйәләшә төштөләр: стеналарға ҡағылған, арба кендеге йыуанлығын- дағы ағас сәйҙә эленгән тоҡтар, шүрлектәргә ҡуйылған бәләкәй ағас һандыҡтар; тыштары бер ҡарыш ҡатып ҡарайғанлыҡтан нәмә икән лектәре беленмәҫлек бер хәлгә килгән кескенә мендәр кеүек нәмәләр һәм башҡа иҫке кейем заттары күҙгә салына башланылар.
— Унда кем йөрөй?.. — тигән тауышҡа беҙ һиҫкәнеп киттек һәм тиҙ генә шул тауыштың эйәһе янына барып еттек.
Хәҙер беҙҙең алдыбыҙҙа, ҡыҙыл түбәтәйен башына ҡырын һалып кейгән, күптән бирле алдырмаған сәсен һулаҡай яҡ сикәһенә ҡаратып ауҙарған, уң ҡулының бармаҡтары араһына махорка, һулаҡай ҡулы ның бармаҡтары менән оҙон ғына мыйыҡтарын бөтөрөп торған таҙа ғына бер егет ултыра ине.
100