Мәжит Ғафури. Фәҡирлектә үткән тереклек. Повестар һәм хикәйәләр - 2020. Страница 98.

— һеҙ ҡайҙан киләһегеҙ, үҙегеҙ кемдәр булаһығыҙ һуң? — тип төп­ сөп һорашырға кереште.

— Беҙ Троицкиҙан килдек, ҡыш көнө унда уҡығайныҡ, хәҙер эш эҙләп, бында килдек әле, — тигән яуаптарыбыҙҙы ишеткәс, ул төҫөн үҙгәртә төшөп, шәкерттәрҙең приискыға эшкә килеүҙәренә ғәжәплән­ гән сифатта: — Ә-ә, шәкерттәр икәнһегеҙ! — тине, һуңынан үҙендә ниндәйҙер бер етешһеҙлек булғанды һиҙгән кеүек, башындағы яулығын рәтләп, тирә-яғына ҡарап алды.

Бала имеҙеүсе бисә урынынан тороп, үҙенең асыҡ күкрәген яба-яба: — Һеҙ ҡайһы яҡ кешеләре булаһығыҙ һуң? — тине лә, беҙгә туп- тура ҡарап яуап көтә башланы.

— Мин — Өфө яғы, ә был иптәш Златоуст яғынан була.

Ҡамыр баҫыусы бисә беҙҙең был һүҙҙәребеҙҙе ишеткәс тағы ла ҡы­ ҙыҡһына биреп: — Өфө яғынан икән!.. Улай булғас, беҙгә яҡташ булаһығыҙ бит, һин ҡайһы ауыл һуң? Беҙ үҙебеҙ Өфө яғынан, Бәләбәй өйәҙенән була­ быҙ, — тип үҙенең миңә яҡташ икәнен белдереп ҡуйҙы.

— Мин Стәрле әйәҙе ... ауылыныҡы булам...

Беҙҙең һүҙҙәр ошо ергә еткәндә йырлай-йырлай һандығын аҡта­ рып ултырған бисә лә йырлауынан туҡтап, беҙҙең эргәгә килде, ул үҙенә кәрәкле берәр һүҙ ишеткеһе килгән бер рәүештә, беҙҙең һүҙҙәрҙе бик диҡҡәт менән бер аҙ тыңлап торғандан һуң, миңә ҡарап: — һинең әллә Ҡусҡар приискыһында ла булғаның бармы? Мин һине күргән кеүек булам, — тине.

— Юҡ, унда булманым.

— Алдашма, һин унда торғайның бит...

Уның был һүҙенән һуң ниңәлер мин уңайһыҙланып киттем. Уның тиктомалға «алдашма» тип әйтеүе миңә ауыр булып тойолдо. Башҡа­ лар ҙа минең турала шиккә төшкән кеүек булып күренделәр.

— Ниңә алдашайым, унда барған булһам дөрөҫөн әйтер инем, — тип үҙемдең Ҡусҡар приискыһында булмағанлығымды иҫбат итеп һөйләргә мәжбүр булдым. Иптәшем Зиннәт тә: — Юҡ, ул унда барғаны юҡ, — тип минең яҡлап төштө.

Шулай ҙа теге бисә беҙҙең һүҙгә ышанмаған рәүештә ҡараған шикле ҡарашын үҙгәртмәне һәм: — Мин һине ҡайҙалыр күргән кеүек булам, — тип, үҙенең асыҡ ҡал­ дырған һандығы эргәһенә барып, нәмәләрен рәтләргә кереште.

— Даң-даң-даң!

Эшселәргә эштән туҡтарға ваҡыт еткәнен белдереп, ҡыңғырау ҡағылды. Шунан һуң беҙҙең менән һөйләшеп, йәки беҙгә ҡарап торған бисәләр ҙә ҡайһыһы мейес тирәһенә, ҡайһыһы үҙҙәренең урындарына киттеләр.

99
Закрыть