Мәжит Ғафури. Фәҡирлектә үткән тереклек. Повестар һәм хикәйәләр - 2020. Страница 97.

Беҙ барған һайын «алтын тауы»на яҡынлашабыҙ, «100 саҡрым ер килдек инде» тип шатланабыҙ һәм Троицкиҙан сыҡҡан ваҡытҡа ҡарағанда ла күтәренке рух менән алға барабыҙ. Шулай бара торғас, ул көндө кис ниндәйҙер бер керәшен ауылында ҡунып сыҡҡандан һуң, иртәгеһен көнө буйы йөрөп, кискә ҡаршы «Восьмой» приискы­ һына барып еттек. Тоҡтарыбыҙҙы арҡаларыбыҙға аҫҡан көйөнсә, бик оҙон бер казармаға барып инеп, ишек төбөндәрәк бер ергә баҫып, тирә-яҡҡа ҡараныҡ: — Инде ни эшләргә, бында тәртип нисек?.. — тигән уйҙа ҡалдыҡ...

III Беҙ ингәндә казармала: ямау ямап, йәш балаһын имеҙеп, ҡамыр баҫып, кер йыуып, йырлай-йырлай кескенә һандыҡтарын аҡтарып ултырған бер нисә ҡатын-ҡыҙ һәм төрлө ергә таралып уйнап йөрөгән эреле-ваҡлы бер нисә тиҫтә балалар ғына булып, улар башта беҙҙең инеүебеҙгә иғтибар итмәнеләр. Беҙ кемгә һүҙ ҡушырға белмәй, бер аҙ аптырап торғандан һуң ғына, уларҙың күҙҙәре беҙгә таба ташланды.

Беҙҙән алыҫ түгел генә ҡамыр баҫып торған бер бисә беҙгә әйлә­ неп, күҙҙәрен тултырып беҙгә бер аҙ ҡарап торҙо ла, онло ҡулын алъяпҡысына һөртә-һөртә, электән таныш кеше кеүек: — Туғандарым, һеҙгә кем кәрәк ине? — тигән һорауҙы бирҙе.

Беҙ үҙебеҙҙең эш эҙләп килеүебеҙҙе һәм казармаға ҡунырға инеүе- беҙҙе әйткәс, ул бисә: — Ә, улай икән! Әллә һеҙҙең бында таныштарығыҙ бармы? — тип һораны.

Балаһын имеҙеп ултырған йәш кенә бисә беҙҙең яуап биргәнде көтөп тә тормай: — Бында ғаиләле кешеләр генә торалар (ҡулы менән тәҙрә арҡыры икенсе яҡҡа күрһәтеп), һеҙ ана теге буйҙаҡтар тора торған казармаға барығыҙ, унда урын күп, — тип, беҙгә икенсе казармаға барырға тейеш икәнен әйтеп бирҙе.

Бисәләр менән беҙҙең арала һүҙ башланғас, теләһә ҡайҙа таралып йөрөгән балалар, беҙҙең эргәгә килеп, тирәләй һырып алдылар. Араларынан береһе артыҡ йәсарат (батырлыҡ) күрһәтеп, минең эргәгә үк килеп, ҡулымдағы таяҡты тотто. Минең ҡулымдағы таяҡ, ысынлап та, балаларҙы ҡыҙыҡтырырлыҡ һәм уларға ат итеп уйнар өсөн бик мыуафиҡ ине. Ул таяҡты үҙенә ҡарай тарта башлағас, таяҡты уның ҡулына бирергә мәжбүр булдым. Ул малай таяҡты эләктереү менән казарманың икенсе башына ҡарай шылды. Уның артынан башҡа балалар ҙа йүгерҙеләр.

Ҡамыр баҫыусы бисә беҙҙең ҡайҙан килеүебеҙҙе, кемдәр икәне- беҙҙе белеүҙе бик кәрәкһенгән рәүештә: 98
Закрыть