Мәжит Ғафури. Фәҡирлектә үткән тереклек. Повестар һәм хикәйәләр - 2020. Страница 96.

* * * Бөгөн — үткән көнгә ҡарағанда көн йылы һәм тымыҡ, юл һарыҡ­ ҡанға күрә, йөрөү еңел булды. Аяҡтарҙың ҡабарған һәм сейләнгән ерҙәре башта ауыртҡан кеүек булһалар ҙа, бара-бара ҡыҙып, ауыр- тыуҙары һиҙелмәй башланы.

Бөгөн көндөҙ йылға буйында сәй эсеп, хәл йыйҙыҡ та Таротин ауылына туҡтамай үтеп, кискә ҡаршы Яманчал ауылы тигән бер ҡыр­ ғыҙ ауылына етеп, ярлы ғына бер ҡырғыҙ өйөнә ҡунырға индек.

Беҙ, ҡырғыҙҙарҙың үҙҙәренә генә махсус булған ғөрөф-ғәҙәтгәрен һәм мосафир кешеләрҙең йорт хужаһы менән ни рәүешле мөғәмәлә итеүҙәре тейеш икәнен рәтләп белмәгәнгә күрә, күңелһеҙ бер хәлдә, тартыныбыраҡ торғайныҡ та, өй хужаһы быны һиҙеп, боронғо таныштарса мөғәмәлә итә башланы. Сәй эсереү менән генә ҡалмай, улар беҙгә ит тә ашаттылар. Күптән күрмәгән итте туйғанса ашау — беҙҙең өҙөлгән йөрәктәребеҙҙе ялғап ебәргән кеүек булды.

Ул беҙҙән күп нәмәләр һорашты һәм был ауылдың Яманчал ауылы тип исемләнеүенә сәбәп, шул ауылдағы ҙур-ҙур йәшел түбәле йорттоң хужаһы Исмәғил Яманчалов1 тигән байҙың булыуынан килеп сыҡҡа­ нын һәм уның, ниһайәт, дәрәжәлә ҡомһоҙ, ярлыларҙы йәберләп, ҡур­ ҡытып эшләтеүсе бер кеше икәнен һөйләне. Туйғансы ит ашап, йылы өйҙә юрған ябынып (улар беҙгә ябынып ятырға юрған да биргәйнеләр) ятҡас, беҙ таң атып, ҡояш сыҡҡанын һиҙмәй ҙә ҡалғанбыҙ.

Беҙ торғас, ул үҙенең беҙ бара торған яҡҡа бер йомош менән бара- сағын һәм беҙҙе лә ултыртып алып китәсәген әйтеп, беҙҙе тағы шат­ ландырҙы. Китергә ат еккәс, беҙ уның ҡатынына үҙебеҙҙең аҡтыҡ 20 тин аҡсабыҙҙы бирмәксе булғайныҡ та, ул: — Уй-бай, бу нә ҡылған эш? Кеше мосапырлардан аҡша аламы икән, — тип беҙҙең аҡсаны алманы. Беҙ, ул ҡатынға рәхмәт әйтеп, аманлашып сыҡтыҡ та, арбаға ултырып алға киттек. Шәп кенә атка ултырып, төрлө һүҙҙәр һөйләшеп барыу беҙҙең юлды ҡыҫҡартты, 25 саҡрым ер киткәнде һиҙмәй ҙә ҡалғанбыҙ.

Ике юл мөйөшөнә еткәс, беҙҙе алып килеүсе Аманбай атын туҡ­ татты ла: — Сез усы юл мән тура ҡарап, алға жөрә биреңез, анау түбәнең артында бер урыс ауылы бар. Мин монау юл мән китәмен... — тип, беҙҙе арбаһынан төшөрҙө лә, үҙе беҙҙең менән иҫәнләшеп, атына ултырып, һул яҡҡа киткән юл менән алға китте. Беҙ уның артынан ҡарап ҡаддыҡ.

1 Исмәғил Яманчалов — ҡырғыҙҙарҙың миллионерҙарынан булып, уның Троицк ҡалаһында йорттары, ҡайҙалыр алтын приискыһы һәм күн заводтары бар ине. Был ауыл шуның төп ауылы икән. (М . Ғафури иҫкәрмәһе) 97
Закрыть