Мәжит Ғафури. Фәҡирлектә үткән тереклек. Повестар һәм хикәйәләр - 2020. Страница 95.

Уның йөҙөнән, ниндәй ҙә булһа, теүәлләнмәгән бер эш йәки нәмә лә булһа башҡарырға уйлаған бер теләге барлығы күренә ине.

Насбай һалған егет уның шулай ултырыуынан бер нәмә аңлаған кеүек: — Нәғеп сөмрәйеп ултырасың, атыңның эйәр-туҡымдарын1 ал да, уттарға (ашатырға) ҡуя бир, — тине.

Думбырасы егет ҡалжың (мәҙәк) рәүешендәрәк: — Бүген дә Иркәжани жанына барин дип уйлап утыратын шығар, — тине.

Был һүҙҙән һуң теге егеттең йөҙө асылып китге.

— Барып ҡайтайын дип идем, сездәр ни дисез? — тип быларға ҡараны.

Иптәштәре уның теләгенә ҡаршы төшмәнеләр һәм икеһе берҙәм: — Үҙеңде аңдып торучылар булмаҫын, байлар күрә ҡалмасындар, иртән таң сарғайыуға күл ек2 жигәр миҙгелгә килеп жит... — тигән тәнбиһтәрҙе бирҙеләр.

Егет, уларҙың был һүҙҙәрен ишетеү менән, атына менде лә, тыпыр­ латып, киң даланың ҡараңғылығы эсенә инеп юғалды. Тик бик алыҫ­ тан уның, ай-һай, һалып үләң әйтеүе бер аҙға тиклем ишетелеп торҙо.

Мин әсемдән ул егеттең Иркәжан исемендәге һөйгән ҡыҙын күрергә киткәнен уйланым. Думбырасы егет, тағы шул уҡ дәрт менән бер аҙ думбыра уйнағандан һуң, иптәше тағы бер тапҡыр насбай һалып алғандан һуң, йоҡларға ятып, ятҡан еренән үҙҙәренең ялсы булып хеҙмәт иткән байҙары, көндәлек эштәре һәм аралаш-аралаш ҡатын-ҡыҙҙар тураһында һөйләшергә керештеләр. Мин, бер яҡтан, уларҙың һүҙҙәрен тыңлап, икенсе яҡтан, төрлө уйҙар уйлап ята торғас, йоҡлап киткәнмен.

Иртә менән, теге ҡыҙ янына киткән егеттең «айт-һайт», тип үгеҙ­ ҙәрҙе һабанға егергә ҡыуып алып китеү тауышына уянып киттек. Был ваҡытта, уның иптәштәре лә торған, өҫтәренә кейенеп, һабан һөрөргә китергә әҙерләнеп бөткәйнеләр. Улар теге егеткә: — Жул булдымы, Иркәжанны күрдеңме? — тигән һорауҙы бирҙе­ ләр. Быларҙың һорауына ҡаршы ул: — Булды!.. — тип яуап бирҙе.

Беҙ ҙә урындарыбыҙҙан тороп кейендек, улар беҙҙән тыныс йоҡ­ лағаныбыҙҙы һораштылар һәм беҙ кейенеп, арҡаларыбыҙға тоҡтары­ быҙҙы аҫып, үҙҙәре менән рәхмәт әйтеп күрешкәс, беҙгә юл өйрәтеп ебәрҙеләр. Беҙ уларҙан айырылғанда ҡояш яңы ғына сығып, һабан турғайҙары юғары күтәрелеп, һайрай-һайрай уйнарға керешкәйнеләр.

1 Туҡым — эйәр аҫтына һалына торған кейеҙ.

2 Күлек — һабан һөрөргә аттарҙы йәки үгеҙҙәрҙе йыйып эшкә башлау.

96
Закрыть