Асау толпар жөрөгән шаҡта аяндамас, Биртелмәҫ тасҡа тейеү менән алмас, Арыҫланға тиң килерлек буз балалар, Досманға ошорағанда көч аямас1.
Егет шундай шиғри һүҙҙәрҙе туҡтауһыҙ теҙеп алып китте. Уның тауышы барған һайын күтәрелеп, юғарыға, думбыраның ҡылдарынан теҙелеп сыҡҡан өҙөк-өҙөк ауаздар бергә ялғанып, көйгә киләләр ҙә, тағы егеттең тауышына ҡушылып, тыңлаған һайын тындағыны кил терә торған бер рәүешкә инеп тирә-яҡҡа таралалар ине.
Думбырасының тауышынан дәрт тә, ярһыныу ҙа аңлана, һүҙҙәре нән бер төрлө ҡыҫынҡы тормоштан ялҡыу, икенсе бер тормошҡа талпыныу ҙа, үҙенең башҡалар менән тигеҙһеҙлегенән ризаһыҙлыҡ, ләкин күкрәгендә был тигеҙһеҙлектән сығырлыҡ көсө барлыҡ та һи ҙелә ине. Ул шулай байтаҡ үләң әйтеп, думбыраһын сирткәндән һуң туҡтаны. Ул туҡтағас, ҡараңғылыҡ эсенән былай ҡарай юртып килгән ат тояғы тауышы ишетелә башланы һәм оҙаҡ та үтмәй, теге үгеҙҙәр һуғарырға киткән егет ҡайтып, ат өҫтөндә көйөнсә утҡа ҡаршы туҡ талды.
Бындағы егеттәр уның өҫтөнә ҡарап: — Нәмә бар, үгезләрне суғардыңбы? — тинеләр. Теге егет: - Атаңа нәләт, анау сайдың2 буйындағы челек маңынан ҡас- ҡырмы3 нәмәдер бер ҡарасҡыл жай ғына килеп жатыр. Ҡулымда суйлым булмады, ғуй. Үҙенең әкәсен4 танытыр идем... — тип, һөйләнә- һөйләнә атынан төшә башланы.
Думбырасы егет уға ҡаршы, һалҡын ҡан менән генә: — Ҡасҡыр имәс, ҡаңғырап жөрөгән эт шығар, моңда ҡасҡыр нә ҡылсын, — тине. Өсөнсө егет: - Ҡасҡыр булса да ғәжәп имәс, мондағы малдарҙы аңып йөрөй торған шығар. Тик ул сурлы үгезләргә бер нимә дә ҡылалмайды, ғуй, — тип бүренән ҡурҡыныс юҡлығын белдереп ҡуйҙы.
Теге егет атын шундағы арбаға бәйләп ҡуйҙы ла, ҡамсыһын биленә ҡыҫтырып, ут ҡаршыһына килеп сүгәләне.
1 Был йырҙарҙары ҡаҙаҡса һүҙҙәрҙең мәғәнәләре: «пәрәз» — осоу, «дугадаҡ» — һәр ваҡыт һыуһыҙ сахрала ғына көн күргән ҡ ош, «аҡҡо» — аҡҡош, «асау тол пар» — яратылашта уҡ ғәҙәттәге аттарҙан айырым хасиәттәр менән яратылған шәп ат. Ҡ аҙаҡ, башҡорттар араһында толпар тураһында бик күп легендалар бар. «Аяндау» — аттарҙың атлау менән Юртыу араһындағы йөрөштәре. «Буз бала» — йәш егет.
2 Сай — соҡор ер.
3 Ҡасҡыр — бүре.
4 Әкэ - ата.
95