Мәжит Ғафури. Фәҡирлектә үткән тереклек. Повестар һәм хикәйәләр - 2020. Страница 93.

Икенсе береһе арбаны йөҙ түбән ҡуйып, өҫтөнә бесән ябылып яһалған ҡыуыш һымаҡ нәмәнең түбәһенә ҡыҫтырып ҡуйған думбы­ раһын алып сығып, ут ҡаршыһына килеп, аяҡтарын бөкләп ергә ултырҙы. Думбыраның ҡылдарын бер аҙ рәтләгәндән һуң, күҙҙәрен юғарыраҡ күтәрә төшөп, думбыра сиртә башланы.Был ваҡытта уның утҡа ҡаршы йылтыраған ҡара күҙҙәрендә ялҡынлы дәрт һәм ниндәй­ ҙер бер моң уйнап торған кеүек була ине.

Егеттәрҙең өсөнсөһө — ҡарап тороуға элекке ике егеткә ҡарағанда йәшкә ҙурыраҡтары — көпөһөн2 арҡаһына яба төшөп, ҡырын ятты һәм кеҫәһенән шаҡшаһын3 алып, теҙенә бәргәндән һуң, пробкаһын асып, һулаҡай ҡулының усына бер семтемдәй насбай4 алып, ауыҙын юғары күтәрә төшөп, аҫҡы ирене менән тештәре араһына һалып ебәрҙе лә янған утҡа ҡарап уйға ҡалды.

Үгеҙҙәр эсерергә киткән егеттең тауышы бик алыҫтан өҙөк-өҙөк булып ҡына ишетелә, шуның менән бергә, ниндәйҙер бер киңлекте, әллә ниндәй бер иркенлекте иҫкә төшөрә ине.

Думбыра уйнаусы егеттең ҡулындағы думбыраның ҡылдары тел­ ләнделәр, улар үҙҙәренән-үҙҙәре уйнаусы егеттең дәртен, уның эсен, эсендә булған тойғоларын берәм-берәм һанап бирә торған йәнле бер нәмәгә әйләнеп, һөйләп торған кеүек тауыштар сығара башланы­ лар.

Мин бөтөнләй еңеләйеп киттем. Бөгөн иртәнән кискә тиклем йәйәү йөрөүҙән килгән ауырлыҡтар бөткән кеүек булды. Сыҙай алма­ ным, башымды күтәрә төшөп, уның дәрт менән думбыра сирткәнен, шул ваҡыттағы яғымлы ҡиәфәтен ҡарап ята башланым.

Насбай һалған егет урынынан ҡуҙғала төшөп, янған утты рәтләне, ситтә ятҡан ағас баштарын уттың өҫтөнә һалды ла, баяғыса тағы ҡырын ятты. Ул телләнеп, арлы-бирле һелкенеп янған утгың ялҡын­ дарына ҡарап нәмәлер уйлай, үҙе бер генә лә һүҙ әйтмәй, иптәшенең думбыра уйнағанын тыңлай ине.

Думбырасы егет бер аҙ уйнағандан һуң, башын тағы ла күтәрә төштө лә, ҡылдарҙы сиртеүен туҡтатмай, айырым бер дәрт менән: Былбылдар пәрәз итеп ошар гөлдә Шығарыр хафаларын бар күңелдә, Һәр кемдең өз ҡайғысы үзенә артыҡ: Дуғадаҡ шүлдә, аҡҡо, ҡ аз, өйрәк күлдә...

1 Ул ваҡытта беҙ батрак тигән һүҙҙе белмәй, уларҙың иҙелеүҙәрен аңламай инек әле. Был һүҙҙәр хәҙергегә ҡарап алынды. Ихтимал инде ул егеттәр был көндә ауыл советтарына йәки волисполкомдарҙа эшләйҙәрҙер. (М. Ғафури иҫкәрмәһе) 2 Көпө — ҡуй йөнөнән һырып теккән тун кеүек кейем.

3 Шаҡша — насбай һала торған һауыт-шешә.

4 Насбай — көл менән тәмәке япрағын ҡушып төйгән ваҡ тәмәке.

94
Закрыть