башланы. Шуның өсөн беҙ бик ашығып, йүгерә-атлай барырға мәжбүр була инек.
Төшкә таба көн бер аҙ йылыта төштө. Шунда беҙ бер күл буйына туҡтап, үҙебеҙ менән алған сәйнүктә сәй ҡайнатып, ҡаласлап тороп сәй эсеп ебәрҙек. Хәҙер беҙгә йән инде. Рух күтәрелде. Беҙ хәлләнеп тағы ла алға киттек.
Берлин тигәндәре — ҙур ғына бер урыҫ ауылы икән. Ул да артта ҡалды, беҙ бөгөн Таротинға етеп, йылы өйҙә ҡунырбыҙ, тигән уй менән барһаҡ та, булманы. Юлда осраған кешеләрҙән һорашып, ул ауылдың бынан 20 саҡрымдар самаһында икәнен белдек тә, юлдан алыҫ түгел генә һабан һөрөп йөрөгән кешеләр эргәһенә барҙыҡ. Улар шул тирәләге бай бер ҡырғыҙҙың1 хеҙмәтселәре булып сыҡтылар. Беҙ улар менән аманлашҡандан (иҫәнлек-һаулыҡ һорашҡандан) һуң, шулар эргәһендә ҡунып китергә ҡарар биреп, арҡаларыбыҙҙағы тоҡ тарыбыҙҙы алып ҡуйып, уларҙың сәй ҡайнатырға яҡҡан уттары эргә һенә йылынырға ултырҙыҡ. Ярты сәғәт эсендә, улар беҙҙең кемдәр икәнебеҙҙе һәм ҡайҙа барыуыбыҙҙы энәһенән-ебенә тиклем һорашып бөттөләр. Беҙҙең улай-былай шикле кешеләр түгеллегебеҙҙе белеп алғас, үҙҙәренең эргәләренә сәй эсергә ултырттылар. Сәйҙән һуң беҙ сабаталарыбыҙҙы сисеп, ситектәребеҙҙе һалып, утка ҡаршы ултырып, сыланған сылғауҙарыбыҙҙы киптереп, яңынан кейендек. Беҙҙең аяҡтарҙың ҡайһы ерҙәре ситектәрҙең ямаулы ерҙәренә тура килеп ҡабарған, ҡайһы бер урындары сейләнеп киткәйнеләр. Теге хеҙмәтсе ҡырғыҙҙар беҙҙе ҡыҙғана төшөп, аяҡтарыбыҙға һөртөргә һары май бирҙеләр, һары майҙы һөртөп, йылы сылғауҙы урағас, рәхәт булып ҡалды.
Беҙҙең ятырға теләүебеҙҙе һиҙеү менән, улар тағы беҙҙең хәлгә инделәр. Аҫтарыбыҙға ҡоро бесән йәйеп, өҫтөбөҙгә ябынып ятырға ҡалын кейеҙ бирҙеләр.
Был өс ялсы ҡырғыҙҙар, үҙҙәре ошо хәлдә тороп, бер байҙың ялланған батрактары1 булыуҙарына ҡарамаҫтан, дәртле, күңелле егет тәр булып сыҡтылар. Уларҙың береһе, араларында иң йәшерәктәре, шунда торған бәйләүле агка һикереп менде лә һабан һөрә торған үгеҙҙәрҙе һуғарырға алып китте һәм, бер аҙ китеү менән, оҙон көйгә һалмаҡ ҡына иттереп үләң (йыр) әйтә башланы.
Уның иркен күкрәгенән сыҡҡан тауышы тирә-яҡҡа таралып, моңло һәм яңғырауыҡлы ауазы тын даланы уятып, йәнләндереп ебәрҙе. Ул үҙе беҙҙән алыҫлашып, сикһеҙ киң сәхрәләге ҡараңғылыҡҡа инеп юғалһа ла, тауышы һаман ишетелә, беҙҙән алыҫлашҡан һайын тауышының моңо арта бара ине.
1 М. Ғафури был әҫәрендә ҡаҙаҡ, Октябргә тиклемге төшөнсә буйынса, ҡыр ғыҙ тип тә атай.
93