Мәжит Ғафури. Фәҡирлектә үткән тереклек. Повестар һәм хикәйәләр - 2020. Страница 91.

кеүек бүҫелергә, аҡсалары ҡойолоп төшөргә тора ине. Ул шул аҡсалар араһынан 50 тинлек көмөштө алып беҙгә бирҙе.

Беҙ аҡсаны алғас: — Хуш, хәлфә ағай, — тигәс кенә, ул беҙҙән ҡайҙа китеүебеҙҙе һо­ раған булды. Беҙ үҙебеҙҙең «Восьмой» приискыһына эшкә китеүебеҙҙе әйттек.

— Бик яҡшы, Рәмиевтәр приискыһына бараһығыҙ икән... Бары­ ғыҙ, бар, унда һеҙгә эш булыр. Байҙарҙың аҡмаһа ла тама бит ул. Хыя­ натһыҙ, яҡшы хеҙмәт итегеҙ, байҙарға тура хеҙмәт иткән кеше һис бер ваҡыт хур булмай ул... — тип, беҙгә «нәсихәт» иткән булып, китаптарҙы ҡултығына ҡыҫтырып, өйөнә инеп китте. Беҙ: — Ну, һаран да һуң, ни бары 50 тин бирҙе! Ул бит көҙ көнө, беҙҙән алған китаптарҙың һәр береһен алтмышар, етмешәр тингә һатыр, ә үҙе беҙҙән ике китапты илле тингә алды... Шулай файҙа иткән өсөн дә, ике ҡатлы йорт һалған да шул...

— Теге приискының хужалары Рәмиев тигән кешеләр икән. Үҙҙәре алтын ҡаҙыта торған булғас, ну, байҙарҙыр инде улар... Бындағы Янышевтарҙан да байҙармы икән әллә?.. — тип һөйләшә-һөйләшә ҡайтып киттек.

Юлда ашарға кәрәк булыр тип, шундағы лавкаға инеп, бер карауай ҡалас, алты мыҫҡал сәй, бер сирек шәкәр альт, мәҙрәсәгә ҡайтып индек.

Тулған ай кеүек булып торған ҙур карауай ҡаластың күҙ алдында тороуы ауыҙҙарыбыҙҙан һыуҙар килтерә, тамаҡтарыбыҙҙың төбөн ҡымырйытып тора ине. Ниһайәт, беҙ сыҙай алманыҡ. «Ҡайҙа булһа ла ашарға алған ҡалас бит ул...» — тип, сәйнүк менән сәй ҡайнаттыҡ та, алтын приискыһын һөйләй-һөйләй сәй эсергә керештек. Үҙебеҙ, «Мохтасар» менән «Шәрхемулла» аҡсаһына алған ҡалас тәмле була икән», тип, көләбеҙ. Аҙлап ҡына ашайбыҙ тип ашай торғас, яртыға ҡала яҙҙы. Тамаҡтар туйғас, алтын приискыһында эшләүҙәрҙе, ямғыр­ ҙан һуң самородок «табыу»ҙарҙы һөйләшеүҙәр тағы ла күңеллерәк булып китте. Беҙ шул күңеллелек аҫтында «иртәгә иртүк юлға сығыр­ быҙ...» тигән уй менән, ҡояш байығас та ятып йоҡланыҡ.

II Иртәнге ҡояш күтәрелгәндә, беҙ инде, Троицк ҡалаһын артҡа ҡалдырып, Берлинға ҡарап киткән юлдан алға бара инек.

Алтын сыҡҡан ергә китеп барыу, былай күңелле булһа ла, күптән түгел яуған ямғырҙан бысранып ҡалған юл менән йәйәү барыу башта бик ауыр кеүек һиҙелде. Иҫке ситектәр өҫтөнә кейгән яңы сабаталар, ике-өс саҡрым ер киткәнсе үк шешенеп, аяҡтарҙы ҡыҫа башланылар. Үҙҙәренең табандарына бер илле самаһында балсыҡ йәбеште. Май баштары булыуға ҡарамаҫтан, һауа яҡшы уҡ һалҡын булып, төн яғынан иҫкән әсе ел, керғузин еләндәрҙән үтеп, тәндәрҙе сымырлата 92
Закрыть