— Лутчы беҙ уның намаҙҙан сьпсканын көтөп торайыҡ та, шунда осратайыҡ, — тип, уның өйлә намаҙынан сыҡҡан ваҡытын көтөргә булып, мәҙрәсәгә ҡайттыҡ.
Өйлә етте. Ишанға мөрид булырға килгән суфыйҙар, тағы әллә кемдәр өйлә намаҙына ағыла башланылар. Беҙ икәү «Мохтасар» менән «Шәрхемулла»ны ҡосаҡлап, мәсет тирәһендә әйләнгеләп, Фәхри хәлфәнең сыҡҡанын көтәбеҙ. Көтөү бик оҙаҡ булып күренде. Бына намаҙҙан сыға башланылар.
— Ана Фәхри хәлфә лә сыҡты.
Беҙ уның кешеләрҙән бер аҙ алыҫлашҡанын ҡарап торҙоҡ та, ҡар шыһына сығып сәләм бирҙек. Ул беҙгә һулаҡай күҙе менән ҡарағас та, беҙ икәү берҙәм ҡулыбыҙҙағы китаптарыбыҙҙы күтәреп, шул китапта рыбыҙҙы күрһәттек.
Ул башта: — Кәрәкмәй, алмайым, — тип яуап бирҙе. Ләкин беҙ уның эргәһе нән китмәй, үҙенең күҙенә тилмереп ҡарап торғанды күргәс, бик һал ҡын рәүештә: — Күпме һорайһығыҙ һуң? — тине.
Беҙ алдан һөйләшеп ҡуйған план буйынса: — «Мохтасар»ға 50 тин, «Шәрхемулла»ға 60 тин, — тинек.
Хәлфә яҡын да килмәне: — «Мохтасар»ҙың яңыһы 70 тин, «Шәрхемулла»ның 1 һум бит, — тигән һүҙҙәрҙе әйтте лә, йортона ҡарай китә башланы.
Беҙ аптырашта ҡалдыҡ, арҡан менән тартып алып барған кеүек, уның артынан барып, ялынған рәүештә: — Үҙең белеп бир инде, хәлфә ағай!.. — тип, тағы ла уның юлын киҫтек.
Ул аҙ ғына уйлап торҙо ла: — Икеһенә 50 тин бирәм, — тине.
— Бик арзан була бит, хәлфә ағай.
— Китаптарҙың миңә кәрәге лә юҡ, тик әле һеҙҙе ҡыҙғанып ҡына 50 тин бирәм, — тине лә, ҡыҙыу-ҡыҙыу алға атлап китте.
Уның шулай алға китеүен күргәс, беҙҙең приискыға барып эшләп аҡса алыу, ямғыр артынан башбармаҡ ҙурлығындағы самородоктар табыу пландарыбыҙ бөтөнләй емерелгән кеүек булды.
Беҙ бер-беребеҙгә ҡарап торҙоҡ та, «икеһенә 60 тин һорап ҡара йыҡ, бирмәй икән, икеһен 50 тингә лә бирербеҙ», тигән уй менән хәлфәнең артынан йүгереп барҙыҡ та, уны тағы туҡтаттыҡ.
— Хәлфә ағай, икеһенә 60 тин бир инде.
— Юҡ, булмай.
— Ярай улай булғас, ал инде...
— Мин һеҙгә күптән тейешле хаҡын бирҙем инде, — тип, беҙҙең китаптарҙы алып, һулаҡай яҡ ҡултыҡ аҫтына ҡыҫтырҙы ла уң ҡулы менән сапанының итәген ҡайтарып, портмонетын кеҫәһенән тартып сығарҙы. Аҡсаһының күплегенән, уның портмонеты быуаҙ крыса 91