Ишек асылды. Ишеккә яҡын торған кешеләр икегә айырылып, юл бирҙеләр. Был ваҡытта йөрәктәрҙең ҡағыуҙары йышайҙы, тамырҙар ҙың тибеүе көсәйҙе.
Бына бер ваҡыт Закир ағайҙы ике егет, ике ҡулынан ҡыҫып тотоп, алып инделәр һәм алғараҡ килтереп баҫтырҙылар. Уны күреү күңелгә бик ауыр йоғонто яһаны. Уның бишмәте йыртылған, бүрке йәмшәй гән, һул яҡ битенән ҡан ағып төшкән һәм уның күҙенең өҫтө күгәреп, ҡара янып сыҡҡан, шулай итеп, таный алмаҫлыҡ бер хәлгә килгәйне... Ул, бында килтереп баҫтырыу менән, оялған һымаҡ башын түбән төшөрҙө. Бөтә шәкерттәр, уға ҡарап, ғибрәт алған кеүек ауыр көрһө нөп, уфылдап ҡуйҙылар.
Уның артынан Ғәлимә апайҙы алып инделәр. Уның ҡулдарынан ҡыҫып тотоусылар булмаһа ла, ҡасмаһын, тигән кеүек тирә-яғын әйләндереп алғайнылар. Ул үҙенең йөҙөн шәл менән бик ныҡ бөркәү сәбәпле, йөҙө күренмәй, шуның менән бергә, илауы һаман бөтмәгәнгә, йөрәк ярһыуы баҫылмағанға күрә, осҡолоҡ тотҡан кеүек, өҙөк-өҙөк тауыштар сығара. Үҙе ҡалтырап, һелкенеп-һелкенеп ҡуя ине.
Уның, шул тиклем ирҙәр араһында, ҡыҙ башы менән яңғыҙ ҡалыуы, шул тиклем ҡыҙғаныс һәм хурлыҡта тороуы бөтә халыҡҡа икенсе төрлө тәьҫир итте. Бөтә шәкертшр уның ҡалтыранған кәүҙәһенә ҡаранылар, һәр береһе битен күрергә теләү билдәһе күрһәттеләр.
Мин уның инеүен күргәс тә, Ғәлимә апай икәнен белдем, ул үҙенең һары сәскәләр төшкән шәлен ябынып, көн дә кейә торған ваҡ ҡына ҡыҙыл бөрсөклө аҡлы күлдәген, уның өҫтөнән быйыл ғына тектергән бишмәтен кейгәйне. Ул бында ингәс, һығылып төшкән тал сыбығы кеүек, тағы ла бөгөлә төштө. Бик уңайһыҙ хәлдә мөйөшкәрәк һыйынды. Бер нисә йыртҡыс бесәй уртаһына ситлектән йығылып төшкән бәләкәй генә һандуғас ниндәй ауыр бер хәлдә булһа, нисек ҡалтыранһа, Ғәлимә апай ҙа шулай ҡалтырана, нескә йөрәгенең тибеүҙәре бөтә кәүҙәһен ҡалтырата ине. Уның шул хәлдә тороуы миңә ҡыҙғаныс та, моңло ла, матур ҙа булып күренде. Ошо минутта уның күҙенә ҡарағым, матур күҙҙәрен күргем килде.
Уны урап алған был йыртҡыстарҙы шунда уҡ ҡыуып сығарып, Ғәлимә апайҙы улар ҡулынан ҡотҡарып алғы, уны үҙ иркенә ебәреү теләге тыуҙы.
Күҙҙәре ут кеүек янған Сәйфулла малайы, билен йәшел билбау менән быуып, бейәләйҙәрен шунда ҡыҫтырған Гәрәй, уның эргәһендә, бик ҙур эш күрһәткән кеше һымаҡ тыпырсынып торған Ғәйфулла, бүркен ҡырын кейеп, оҙон шарфын муйынынан уратып, остарын билбауына килтереп ҡыҫтырған Сәлим һәм башҡалар минең күҙгә бик йәмһеҙ һәм йыртҡыс януарҙар кеүек булып күренделәр.
Мин элек Ғәбдрахман бабайҙы бик ярата инем. Уның ҡай ваҡытта беҙгә килеп һөйләшеп ултырыуҙары күңелгә килешле күренә, аҡ сәллә кейеп намаҙға йөрөүҙәре бик матур булып, күңелгә яҡын һиҙелә, 10