бармағын күрһәтеп, — алтын киҫәге табалар икән. Шул уҡ байҙар үҙҙәре ул алтындың мыҫҡалын шунда уҡ ике һумдан һатып алалар икән...
Уның был һүҙҙәрен ишеткәс, беҙҙең ҡолаҡтар үрә торҙо.
— Вәт әй, ҡайҙа икән шәп кәсеп!
— Бәхеткә ҡаршы, берәр киҫәк алтын тапһаҡ, һатырбыҙ ҙа аҡсаһын уртаҡлашырбыҙ, унан беҙ бай малайҙарына самауыр ҡуйып тороуҙан бөтөнләй ҡотолорбоҙ, — тип, хәҙер үк самородок тапҡандай шатлан дыҡ һәм беҙҙең алдағы көндәр яп-яҡты булып киткәндәй булды.
Китеү тураһында һүҙ байтаҡҡа һуҙылды. Беҙ Зиннәт менән икәү юллыҡ аҡса рәтләп алыу менән «Восьмой» приискыһына китергә ҡарар бирҙек.
Ләкин теге бер иптәшебеҙ ниңәлер киреләнде: — Юҡ, мин бармайым, ниңәлер күңел тартмай. Шул тиклем ергә этләнеп, йәйәү барырһың да, эш тапмаһаң, ни эшләрһең? — ти.
Беҙ уның һүҙенә ҡаршы: — һиңә бер ерҙә лә бешереп ҡуймаҫтар инде, һин эш эшләргә ялҡауланаһың. Шундай ерҙә эш табылмай ҡалыу мөмкинме һуң? Әйҙә, барайыҡ, ни булһа ла бергә күрербеҙ, — тип, уны ҡыҫтап та ҡараныҡ, булманы.
— Юҡ, булмай, үҙегеҙ барығыҙ, мине ниңә көсләйһегеҙ? — тип, беҙҙең менән барыуҙан бөтөнләй ҡул һелтәне.
Беҙ инде Зиннәт менән икәү генә китергә һүҙ беркеттек тә, юллыҡ аҡса табыу мәсьәләһен һөйләргә керештек.
— Берәр һум аҡса ҡайҙан табырға инде?
Иптәш бер аҙ уйлап торғандан һуң: — Ишан хәҙрәттән көҙгә тиклем бурысҡа һорап торайыҡ, көҙ ҡайтҡас бирербеҙ, — тигән фекерҙе әйтге. Мин уның был һүҙенә ҡаршы төштөм: — Юҡ, ул беҙҙең кеүек ярлы шәкерттәргә бирмәй, тик аталары бай булған ышаныслы шәкерттәргә генә бурыс бирә, — тинем.
— Ну, ҡайҙан алырбыҙ һуң?
— Әйҙә, уҡый торған китаптарыбыҙҙы һатабыҙ, Фәхри хәлфә шундай нәмәләрҙе ала бит.
— Ала торған булһа, әйҙә һатабыҙ...
Ике һүҙҙән һуң, ул үҙе уҡый торған «Мохтасар» китабын, мин «Шәрхемулла»ны һатырға ҡарар бирҙек.
Иртүк тороп, китаптарҙы ҡулға алдыҡ та Фәхри хәлфәнең йортона киттек. Ләкин был барыуҙа: — Хәлфә ағайығыҙ йоҡлай әле, — тип яуап бирҙеләр. Бер аҙҙан һуң икенсе тапҡыр барҙыҡ: — Яңы ғына сығып китте, — тинеләр.
— Инде ни эшләргә һуң?
90