Ул үҙе алтын тапҡан кеүек шатланған, ҡайтып инеү менән: — Мин бөгөн баҙар мәхәлләһендәге мәҙрәсәлә уҡыған яҡташтар эргәһендә булдым. Улар иртәгә алтын ҡаҙый торған ергә китәләр, бынан 160 саҡрым ерҙә «Восьмой» тигән алтын приискыһы бар икән. Уның хужалары мосолмандар икән, — тип, приискыны маҡтап китте һәм үткән йыл шул приискыға эшкә барған ҡайһы бер шәкерттең йәй буйы эшләгәндән һуң, ашауҙан арттырып 40 һум саф аҡса алып ҡайт ҡанын, быйыл да шунда эшкә киткәнен үҙ күҙе менән күреп торған кеүек һөйләне.
Беҙ уның был шатлыҡлы хәбәрҙәрен ҡолаҡтарыбыҙҙы торғоҙоп тыңланыҡ, хәҙер үк «алтын тауы» тапҡан кешеләрсә шатландыҡ: — Әйҙәгеҙ, беҙ ҙә шунда китәбеҙ!
— Ул приискы ҡайһы яҡта икән һуң? — тигән һүҙҙәрҙе әйткәне беҙҙе һиҙмәй ҙә ҡалдыҡ.
Зиннәт уның ҡайһы яҡта икәнен һәм унда ҡайһы юлдан, ниндәй ауылдар аша барырға кәрәклеген бик төпсөп һорашҡан икән. Ул үҙе йөрөп ҡайтҡан кеше кеүек: — Ул приискы Верх Урал (Верхне-Урал) өйәҙеңдә икән. Унда ҡояш байышы яғына ҡарап китергә, иң элек Берлин2, унан Таротин тигән ауылға барырға кәрәк икән, — тип, ауылдарҙың исемдәрен һанап китте һәм, — юл һорарға — тел бар, аҙашмаҫҡа — күҙебеҙ бар, нәмәгә ҡурҡып торорға, — тип өҫтәп ҡуйҙы.
Мин Зиннәткә: — Булды, китәбеҙ. Ә һуң 160 саҡрымға нисә көндә етербеҙ икән? — тигән һорауҙы бирҙем.
— Биш көндә етербеҙ...
— Ну, алты көн китһен, ләкин беҙгә барыу менән эш кенә табыл һын, барыу бушҡа китмәҫме икән һуң?
Зиннәт эш табыуына бик ныҡ ышанған бер төҫ менән: — Унда барып ҡына ет! Барып етһәң, эш була инде ул. Рәзе алтын сыҡҡан ерҙә эш булмай, мин үҙем барам тек барам... — тип, үҙенең бер ҙә шикләнмәй китәсәген белдерҙе һәм баяғы һүҙенә өҫтәп: — Унда тағы шуныһы бар икән әле, унда шәп ямғырҙар артынан, үткән ҡыш йыуылып өйөлгән балсыҡтар өҫтөнән алтын эҙләргә сығалар икән. Шунда ҡайһы бер бәхетле кешеләр, бына шул тиклем ҙурлыҡта, — баш 1 Зәйнулла ишан. Ул һәр көн саҙаҡаға тиҫтәләп килгән ҡуйҙарын көтөргә йыл һайын махсус көтөүсе яллай. Ҡ уйҙар тама һимергәс, кәрәк тиклемен һуйҙыра, артығын һата ине. (М . Ғафури иҫкәрмәһе) 2 Берлин тигәс тә — һеҙ, Германияның хәҙерге үҙәге Берлин, тип уйламағыҙ. Ул ваҡыттағы уҡыусылар Берлиндын исемен дә белмәйҙәр, хәҙерге уҡыусылар кеүек, Мәскәү, Ленинградтарға барып уҡыуҙы иҫтәренә лә килтермәйҙәр ине. (М. Ғафури иҫкәрмәһе) 89