Мәжит Ғафури. Фәҡирлектә үткән тереклек. Повестар һәм хикәйәләр - 2020. Страница 87.

ШАҒИРҘЫҢ АЛТЫН ПРИИСКЫҺЫНДА I Апрель числоһы инеү менән, мәҙрәсәләге бай шәкерттәр таралып бөттөләр. Тик, беҙҙең кеүек, бай малайҙарына аш бешереп, сәй ҡайнатып көн күргән ярлы уҡыусылар ғына тороп ҡалдылар.

Бай малайҙары таралыу менән мәҙрәсәлә уҡыуҙар ҙа туҡтағанға күрә, беҙ уҡыуһыҙ ҙа, эшһеҙ ҙә тороп ҡалдыҡ. Хәҙер беҙҙең башҡа: «Ни эшләргә инде, ҡайҙа китергә?» тигән уй төштө.

Үткән йыл йәй беҙ төрлөбөҙ төрлө ерҙә эшләп йөрөгәйнек. Мин Троицк байҙарынан бер байҙың заемкаһында, эшселәргә аш-һыу әҙерләп, «кашевар» булып хеҙмәт иткәйнем. Быйыл унда барғы кил­ мәй. Сөнки унда, берҙән, көн һайын ике тәпән икмәк баҫып, шуны әүәләп, мейескә һалыу, ҙур ҡаҙан менән аш бешереү, көнөнә бер нисә тапҡыр ике силәк һыйышлы самауыр ҡайнатыу, иртәле-кисле һыйыр һауыу кеүек ваҡ эштәр ялҡтырған. Икенсенән, жалование бик аҙ — айға биш кенә һум. Ул аҡсаға кейем алһаң — ашарға ҡалмай, ашарға тотһаң, яланғас йөрөргә тура килә. Быйыл нисек тә күберәк аҡса килтерә торған берәр төрлө файҙалы эш табаһы килә.

Тормош барған һайын ауырлашты. Беҙҙең иптәштәр берәмләп, икешәрләп тарала башланылар: ҡайһы берәүҙәре йөн йыуырға мойкаға, ҡайһы береһе берәр байҙың көтөүен көтөргә киттеләр. Бара торғас, беҙ мәҙрәсәлә өс-дүрт кенә шәкерт тороп ҡалдыҡ. Һәр көн төрлөбөҙ ҡаланың төрлө еренә йөрөп, эш эҙләп тә ҡарайбыҙ, ҡайҙа ниндәй эш барын һорашабыҙ, ләкин һаман рәт сыҡмай: йә бөтә йәй буйына егерме һум ғына бирәләр, йәиһә ваҡытлы эштәр генә күрһә­ тәләр. Быларҙың һәр икеһе беҙҙең ҡорған планға тура килеп бөтмәйҙәр. Беҙгә йәй буйы өҙлөкһөҙ эшләнә торған һәм иң аҙында 30— 40 һум хосул1 килтерә торған эш кәрәк.

Бара торғас, беҙҙең тағы беребеҙгә эш табылды. Хәмзә тигән иптәш «ишан хәҙрәт»тең' ҡуйҙарын көтөргә көтөүсе булып инде. Ул иртән китә лә, көн буйы көтөү көтөп, кисен беҙҙең эргәгә ҡайта, етмәһә, тағы ҡалған бәлештәр, һимеҙ иттәр ашауын һөйләп беҙҙең йөрәкте яндыра: «Ас булһағыҙ, мә, минең әсемде ялағыҙ», — тип беҙҙең асыуҙы килтерә торғайны.

Беҙ, өс шәкерт, һаман эш эҙләйбеҙ.

Ж Ж $: Шулай, бер көндө, иртә үк тороп ҡала араһына сығып киткән Зиннәт мәҙрәсәгә кискә табан ғына әйләнеп ҡайтты.

1 Хосул — доход.

88
Закрыть