— Беҙҙең туй булды... Закир килә!.. — тип шатланып көлә башланы. Тағы төҫөн үҙгәртте лә: — Юҡ, юҡ! Кит, Закир, кит!.. — тип йөҙө ағарҙы. Бына күлдәгенең тиҫкәре яғын кейеп ҡыҙҙар янына барған, үҙе: — Мине лә уйынға ҡатнаштырығыҙ... — тип балаларса ҡарап тора. Хәҙер ҡалтыранып: — Муллалар килә!.. Йөҙөмә ҡара яғалар!.. — тип уларҙан ҡасырға, уларҙың йәмһеҙлектәрен күрмәҫкә теләп, йөҙөн ябырға кереште.
Шул минут эсендә, уның һыу буйында яланғас көйөнсә, балаларҙы ҡыуып йөрөгән ваҡыты күҙ алдымда йөрөй башланы. Һуңғы йыл эсендә күргән бөтә ауырлыҡтары шулай бер сифатҡа инеп, алдымдан үткәндә, йүгереп барып, мәкегә төшөп китеп, бөтөнләй юғалды...
Уның тураһындағы уйҙарым шул ергә еткәс, мин һиҫкәнеп киттем. Ҡулымдағы хатты тағы ла бер тапҡыр уҡып сыҡтым. Тағы баяғы күренештәр берәм-берәм күҙ алдымдан үтеп, иң һуңынан, мәкенән сығарып, өс көн ҡарауыл өйөндә яткырғандан һуң, ҡәбергә күмеүҙәре күҙ алдыма килде лә, ап-аҡ кәфенгә уралған Ғәлимә апай — минең теге матур Ғәлимә апайым — ер аҫтына төшөп юғалды... Уның ҡәбере тирәһендә теге сәлләле муллалар, ҡарт хәлфәләр Ҡөрьән уҡыйҙар, улар матур мосолман ҡыҙын күмеп, саҙаҡа алып доға ҡылалар... Алдарына Ғәлимә апайҙың үҙ ҡулы менән сүпләп һуҡҡан, киләсәктә матур тор мош ҡорор өсөн әҙерләгән ҡыҙыл башлы оҙон таҫтамалдарын ҡуйып, уның ҡәбере өҫтөнә ҡарап ултыралар ине...
Бынан утыҙ йылдар элек булып үткән был ваҡиғаны хәтерләгәндә, Ғәлимә апайҙың күргән ҡыйынлыҡтары, Закир ағай менән бергә бәйләп, йөҙҙәренә ҡаралар яғып, артынан: — Ҡара йөҙҙәр!.. — тип ҡысҡырыуҙары иҫкә төшкәндә, Ғәлимә апай күҙ алдыма килеп баҫа ла: — Иҫке тормоштоң миллион ҡорбандарынан береһе мин!.. — тигән кеүек була.
Ысынлап та, ул иҫке тормоштоң миллион ҡорбандарынан береһе, шуларҙың да иң ҡыҙғанысы булып бөттө.
1926