— Мәкегә төшкән, бахырҡай, ике көндән һуң ғына табып алдылар. Становой менән доктор килгәнсе, өс көн ҡарауыллап торҙоҡ... Фәхри ағайҙарға бик ҡыйын булды. Ундай ауырыуҙан ҡотолған яҡшы инде. Барыбер кеше булыуҙан үткәйне инде, — тип бик ябай ғына яуап бирҙе.
— Бахыр апайым әрәм булды!
— Шулай инде... һуңға табан бик насарланғайны. Енләнеп үлгәс, әле: «Уның өрәге йөрөй икән, ут булып Фәхри ағайҙарҙың мөрйәлә ренән ингән икән!» тип тә һөйләйҙәр. «Бала-сағалар түгел, ҡатын-ҡыҙ ҙар төндә яңғыҙ-ярым тышҡа сығырға ҡурҡалар», — тигән һүҙҙәрҙе өҫтәп ҡуйҙы.
Мин уның һуңғы йәмһеҙ һүҙҙәрен тыңлап тормай, тиҙ генә мәк тәпкә инеп, хатгы асып, аулаҡ урында уҡый башланым. Хатта борон ғоса сәләм һуңында ошо һүҙҙәр бар ине: «Бик ауыр хәсрәткә төштөк. Ғәлимә апайың мәкегә төшөп вафат булды. Алла иманын баҡый ҡылһын инде, амин. Был араларҙа төн йоҡоларын йоҡлай алманыҡ. Бик ҡайғырҙыҡ. Халыҡтың тел-теше лә бик күп булды, һин киткәндән һуң үҙе лә бик бөткәйне. Ҡарап ҡына тора торған булдыҡ. Әжәлгә әмәл юҡ икән, ҡарап торһаҡ та булманы. Бер көндө, үҙебеҙ күрмәй ҡалғанда, һыуға барам тип сығып китеп, мәкегә төшөп, шунда вафат булған. Ике көн үткәс кенә табып алдылар. Өс көндән һуң ғына кәфенләп күмдек».
Мин был хатты уҡығас, Ғәлимә апайҙың бер нисә йыллыҡ ғүмере, һуңғы йыл эсендә күргән хурлыҡ һәм ауырлыҡтары, уның төрлө сифаттары күҙ алдымдан үтә башланылар. Иң элек, уның бөтә ауылға бер булып үҫкән матур ваҡыттары, бөтә халыҡтың уға һоҡланып ҡарауҙары, беҙҙең өй менән Фәхри бабайҙар араһында сәскә кеүек ҡәҙерле булып, ике йортҡа йәм биреп йөрөүҙәре, уның эш ваҡытын дағы етеҙлектәре күҙ алдымдан үтте. Уның артынан, үткән ҡыш мин мәҙрәсәлә торғанда, төнөн тотолоп, ахун хәҙрәт алдына килтереп хөкөм ителгән ваҡыттағы ҡыҙғаныс күренеше, иртәгеһен бөтә ауыл ҡатнашы менән, йөҙөнә ҡаралар яғып, урам буйында йөрөтөлөп мәс хәрә ителеүе... Ҡөрьән сығарылған ваҡытта мулла һәм хәлфәләрҙең өшкөргән ваҡыттарында ни эшләргә белмәй ҡурҡып тыпырсы- ныуҙары... Һуңынан аҡылдан шашып, балаларса йөрөгән ваҡыт тары — бөтәһе-бөтәһе берәм-берәм алға килеп баҫтылар. Ғәлимә апайҙың боронғо матур сифаттары, һуңғы йәмһеҙ күренештәр ара һында юғалдылар ҙа, хәҙер Ғәлимә апай, минең күҙ алдыма, ысынлап та, теге хат килтергән ауыл кешеһе әйткән убыр кеүек булып килеп баҫты. Ул төрлө сифатка инеп торған бер ҡурҡыныс нәмәгә әүерелгән кеүек булып китте.
Бына ул: — Мине әрәм иттеләр, йөҙөмә ҡара яҡтылар! — тип илай кеүек булды. Бына алмашынды ла: 86