Мәжит Ғафури. Фәҡирлектә үткән тереклек. Повестар һәм хикәйәләр - 2020. Страница 84.

теп: — Атай, мин дә ҡалаға барам да... Унда ҡыҙыҡ булыр, — тип, өйҙән сыға башланы. Уға ҡарап: — Ҡуй, балам, ҡыҙҙар ҡалаға бармайҙар, уларға йөрөргә ярамай, — тигәс, ул өмөтһөҙ булып, артҡа сигенде лә: — Улай булғас, мин һыуға барып ҡайтам әле, унда көтә торғандар­ ҙыр, — тип, минең ҡапҡанан сығып китеүемде көтмәйенсә үк, үҙҙәренә ҡайтып китте.

Беҙ арбаға сығып ултырып киткәндә, ул бер генә күнәк тотоп һыуға табан бара, үҙе беҙгә ҡарай ҙа әллә нимәләр әйтә ине. Арба тауышы менән мин уның һуңғы һүҙҙәрен ишетә алманым. Оҙатыусылар күҙ­ ҙәрен һөртөп, беҙҙе ҡарап ҡалдылар.

Беҙ мулла бабайҙар янынан үткәндә, ахун хәҙрәт ҡалын китапта­ рын тотоп, ҡапҡанан сығып килә ине. Атай уға сәләм бирһә лә, ул бер һүҙ ҙә ҡайтарманы, тик асыулы күҙҙәре менән беҙгә ҡарап ҡалды. Атай: — Бәддоғаң үҙеңә булһын!.. — тигән һүҙҙе әйтте лә атҡа ныҡлап һуғып, елдереп, ауылдан сығып китте.

Ауыл ҡаралып артга ҡалды, беҙ алға киттек.

XXIII Ҡала миңә иҫ киткес матур күренде, ундағы йорттар ҙа, мәктәптәр- ҙәге уҡыусылар ҙа, беҙҙең ауылға ҡарағанда, башҡа ине. Атайым ҡайтып киткәндән һуң, бер аҙ күңелһеҙ кеүек булһа ла, тиҙ өйрәнеп киттем. Ауыл күп иҫкә төшмәй. Тик үҙебеҙҙең өй эсендәге кешеләрҙе һәм Фәхри бабай менән Ғәлимә апайҙарҙы күңелдән сығарып булмай ине. Ауылдан килгән беренсе хат мине сикһеҙ шатландырҙы. Ебәрел­ гән күстәнәстәрҙе ҡарамаҫ борон уҡ, хатты уҡырға керештем. Хатта үҙебеҙҙең кешеләрҙән атап-атап сәләм яҙылғайны. Ғәлимә апайҙан да сәләм әйткәндәр, хаттың аҙағында Ғәлимә апай тураһында ошо һүҙҙәрҙе яҙғайнылар: «Ғәлимә апайың боронғоса. Фәхри бабайың уны тағы ла ишанға алып барып, өшкөртөп, бетеү тағып ҡарағайны ла, бер ҙә шифаһы тейгән кеүек булманы. Бәлки, боронғонан да на­ сарланып ҡайтты. Әйткәнде бер ҙә аңламай, төндәрен ҡарап сығабыҙ. Ат-тун иҫән булһа, ҡалаға алып барып ҡайтырға иҫәпләп торабыҙ...» Хат, әлбиттә, мине бик күңелһеҙләндерҙе. Мин Фәхри бабай менән Ғәлимә апайҙың ҡалаға килеүҙәрен көткәндә, икенсе хат килде. Был хатты үҙебеҙҙең күрше килтергәйне. Хат килтереүсегә беренсе һүҙем: — Беҙҙекеләр иҫәндәрме? — тип һорау булды. Ул уны-быны уйлап та тормай: — Башҡалар иҫәндәр, Ғәлимә апайың ғына донъя ҡуйҙы, — тигән һүҙҙәрҙе әйтте.

— Нисек, үлде?!. — тип һорағанымды белмәй ҙә ҡалдым.

85
Закрыть