Мәжит Ғафури. Фәҡирлектә үткән тереклек. Повестар һәм хикәйәләр - 2020. Страница 83.

яғына ҡушылды. Эш был дәрәжәгә еткәс, мин шатлыҡ менән ҡалаға китеүҙе көтөп йөрөй башланым.

«Ҡалаға барам, унда уҡыйым. Иҫкелек донъяһынан сығам!» тигән уйға төштөм.

XXII Әҙерлек бөтөп, китер көндөң таңы тыуҙы. Минең шатлыҡ артҡан­ дан-артты. Ат егеп бөткәндән һуң, беҙҙе оҙатып ҡалыр өсөн Фәхри бабай менән Хәмиҙә әбей, улар артынан Ғәлимә апай ҙа беҙгә инде. Хәмиҙә әбей: — Бына, Ғәли ҙур үҫеп, ҡалаға китә... Һау кешенең рәхәт шул, — тип, бер миңә, бер Ғәлимә апайға ҡарап алды ла, күҙҙәре йәшләнде.

Һүҙ бөткән кеүек булып торғанда, Фәхри бабай өҫтәп: — Уҡыһын инде. Бына уҡымау арҡаһында харап булдыҡ, үҙебеҙ генә түгел, башҡаларҙың да харап булыуына сәбәпсе булабыҙ. Наҙан­ лыҡ менән эшләнгән эшкә һуңынан үкенһәк дә, эш үткән була... — тип, Ғәлимә апайға ҡарап алды ла, башын түбән төшөрҙө.

Был ваҡытта, Ғәлимә апай, сит кешеләр араһында торған кеүек, өндәшмәй генә тик тора, ул минең ҡалаға китеүемде лә аңламай, балаларса көлөп, йәки ҡапыл ғына төҫөн үҙгәртеп, моңайған һымаҡ булып ҡуя ине. Уның шул ваҡыттағы күренеше беҙҙең барыбыҙға ла тәьҫир итте. Әсәйем дә сыҙаманы, арҡамдан һөйөп, йомшаҡ ҡына тауыш менән: — Тырыш, балам, беҙҙе онотма!.. — тип күҙен һөртөп ҡуйҙы.

Уларҙың шул һүҙҙәренән һуң минең күңелем йомшап, бит өҫтөнән йылы ғына бер нәмә тәгәрәп түбән төштө.

Арала иң бирешмәгәне атайым булып, ул юлға кәрәк нәмәләрҙе барлап йөрөй, тик шул турала ғына һүҙ һөйләй ине.

Әҙерлек бөткәс, шул замандың ғәҙәте буйынса, миңә бәхет теләп доға ҡылырға ултырҙылар. Мин устарымды йәйеп, битемә ҡаршы ҡуйып, бармаҡтарым араһынан бөтәһенә лә ҡарап сыҡтым. Әсәйем­ дең күҙендә йәш күренә. Хәмиҙә әбей ҡалтырана. Фәхри бабайҙың күҙҙәре йомолоп, ирендәре ҡалтырай. Ғәлимә апай ҡулдарын да күтәрмәй, хайран ҡалған кеүек, беҙгә ҡарап тик тора ине.

Доға ҡылынып бөткәс, бөтәһе менән күрешеп сыҡтым. Улар минең ҡулымды ныҡ ҡыҫып, ихлас күрештеләр. Ғәлимә апай янына барып: — Иҫән бул инде, Ғәлимә апай! — тип ҡулымды һуҙҙым. Ул миңә ҡулын бирер-бирмәҫ торғас: — Күреш, балам, күреш, ул ҡалаға китә, — тинеләр. Шунан һуң ғына ул минең менән күреште лә, һис бер әҫәрләнмәй: — Ҡасан ҡайтаһың, ә? Миңә һабын алып ҡайт! Закир ҡалаға бар­ ғанда, һабын алып ҡайта бит!.. — тип, көлөп ҡуйҙы ла, төҫөн үҙгәр- 84
Закрыть