Мәжит Ғафури. Фәҡирлектә үткән тереклек. Повестар һәм хикәйәләр - 2020. Страница 82.

Эш бөткәс, йылдағы кеүек, мәҙрәсәгә сит ауылдың шәкерттәре йыйыла башланылар. Үҙебеҙҙең ауылдың да малайҙары уҡырға йөрөргә керештеләр.

Беҙҙең өй эсендә лә минең уҡыуым тураһында һүҙ сыҡты. Атайым минең ихтыярыма ҡуйған кеүек: — Йә, балам, уҡыу ваҡыты етте бит, һин ни эшләйһең? — тигән һорауҙы бирҙе. Мин бер ҙә уйлап тормай: — Юҡ, мин үҙебеҙҙең ауыл мәҙрәсәһенә бармайым! — тип кенә ҡуйҙым. Атайым бер аҙ уйлап торғандан һуң: — Ярай, мин үҙем дә һине бында ҡалдыраһым килмәй. Быйыл ҡала мәктәбенә барырһың, унда бөтөнләй башҡа икән. Көс етер әле, — тип, мине ошо йылдан башлап ҡала мәктәбенә ебәреп уҡытырға теләүен белдерҙе.

Уның был һүҙҙәренән һуң мин сикһеҙ шатландым: «Ҡалаға барып уҡыйым!..» — тигән һүҙ минең йөрәгемә инеп ултырҙы. Әллә ниндәй бер ҙур ауырлыҡтан ҡотолған кеүек булып, ҡалаға китеүемде иптәш­ тәремә әйтеп өлгөрҙөм. Минең ҡалаға китергә теләүем ауылға таралып өлгөрҙө. Был хәбәр ахун хәҙрәткә лә барып еткән булһа кәрәк, ул бер көндө атайымды осратып: — Ғәлиҙе минең мәҙрәсәнән алып, ҡалаға ебәрәһегеҙ икән, дөрөҫ булһа, минән һис фатиха юҡ!.. — тип әйткән.

Атайымдың: — Шулай уйлап торабыҙ әле, — тигән һүҙенә ҡаршы: — Йөҙө ҡара булһын! Бәддоға һуҡһын!.. Әле берегеҙ шәриғәткә ҡаршы йөрөгән өсөн йөҙө ҡара булып ен һуҡты бит! — тип бик ауыр һүҙҙәр әйткән, уның шул ауыр һүҙҙәренә ҡаршы атайым да ҡарап ҡалмай: — Кешенең йөҙө ҡара булыуына һеҙ сәбәп булдығыҙ, доғаң була торған булһа, бөкрө мәғзүмеңде төҙәтеп, әҙәм рәүешле яһа. Был көйөнсә шайтан кеүек йөрөй бит! — тип ауыр һүҙҙәр менән ҡаршы төшкән.

Хәҙрәт менән ике арала булған шундай ауыр һүҙҙәрҙе ҡайтып һөй­ ләгәндән һун, әсәйем ҡурҡынып китте: — Ай-Һай, доғаһы төшмәҫме икән һуң? — ти. Атайым бик асыулан- ганл ыҡтан: — Фатихаһы үҙенә булһын! Бөкрө шайтанын төҙәтһен. Ҡарт оҫтабикәһен эт кеүек өйөндә тотмаһын!.. Яҡшы кеше булһа, өс-дүрт ҡатынға етмәҫ ине!.. — тип, хәҙрәттең насар яҡтарын һөйләп китте һәм шунда уҡ миңә ҡарап: — Берәй аҙнанан китербеҙ, әҙерләнә башларға кәрәк, — тип, ҡалаға китеүҙе ашыҡтырырға ҡушты. Әсәй ҙә ҡаршы төшмәй, мине ебәреү 83
Закрыть