Мәжит Ғафури. Фәҡирлектә үткән тереклек. Повестар һәм хикәйәләр - 2020. Страница 81.

Ғәлимә апай — күҙ көйөгө!.. Мин был һүҙҙе ишеткәс, ни эшләргә белмәй үҙемдә аулаҡ урынға киткәнемде белмәй ҙә ҡалдым.

Имеш, Ғәлимә апай — минең үткән йылғы матур Ғәлимә апайым — күҙ көйөгө булған...

— Их, берәр дарыу табаһы ине лә, уны боронғо аҡыллы, матур Ғәлимә апай итеп әүерелдерәһе ине, — тип илап ебәргәнемде һиҙмәй ҙә ҡалдым.

Фәхри бабай менән атайымдың ауыҙынан да: — Икенең береһе булһын ине инде, — тигән һүҙҙәрҙе ишеткән ваҡыттар булғыланы, һүҙҙең мәғәнәһе: «Йә терелһен, йә булмаһа, үлһен...» ине икәнен аңлай инем.

— Йә терелһен, йә үлһен!.. — Ләкин Ғәлимә апай үҙе тураһында был һүҙҙәрҙе ишетмәй, ишетһә лә аңламай ине. Мин уны шуның һайын ҡыҙғана, уның һайын яҡын күреп, үҙе менән бергә булғым килә ине.

XXI Көҙ етте. Баҫыуҙағы игендәр урылып, күптән ырҙындарға ташы­ лып бөттө. Бер ни тиклем һуғылып, келәткә һалынды. Үткән йыл­ дарҙы, игендәр урылып, ташып алыр ваҡыт үтеү менән ахун хәҙрәткә ғөшөр биреү тураһында һүҙ сыға. Шунан күп тә үтмәй, атайым менән икәүләп, ике ҙур арба арыш тейәп, хәҙрәттең ырҙынына алып, кәбәнгә һалдырып, доға ҡылдырып ҡайта торғайныҡ. Хәҙрәт, беҙҙе күреү менән, асылып китә, атайымды сәйгә алып инә ине. Атайым шулай ғөшөр биреүенән, хәҙрәткә сәйгә инеп сығыуынан үҙе лә ҙур шатлыҡ һиҙә, өҫтөнән бик ҙур бурысты төшөргән кеүек була ине. Ғөшөр биреү эшендә Фәхри бабай ҙа беҙҙән ҡалышмай, ул да был эште артығы менән үтәй ине.

Был йыл игендәр йыйылып, ырҙынға инеп бөтөүгә ҡарамаҫтан, ғөшөр тураһында һүҙ ҙә булмай торҙо. Тик әсәйемдең был турала һүҙ ҡуҙғатыуына ҡаршы, атай: — Ул ит киҫмәгенә был көнгә тиклем биргән ғөшөрҙәремә лә үкенәм, уларға биргәнсе, берәй етемде ҡарармын. Бына Ғәлиҙе уҡы­ тырмын, — тип кенә ҡуйҙы.

Ысынлап та, хәҙер беҙҙең өй эсе халҡы ахун хәҙрәткә лә, хәлфә­ ләргә лә боронғо кеүек хөрмәт күҙе менән ҡарамайҙар, бәлки кеше­ ләрҙе һәләк итә торған бер нәмәгә ҡараған кеүек ҡарайҙар ине. Мин хәҙрәттең Ғәлимә апайҙы шулай әҙәм мәсхәрәһе итеүенән, хәлфәләр­ ҙең уны өшкөрөргә килеп, аҙбарҙа шундай йәмһеҙ, бысраҡ һүҙҙәр һөйләүенән һуң, уларҙың мәҙрәсәләренән бөтөнләй биҙҙем. Хәҙер мин ул мәҙрәсәгә әйләнеп тә ҡарарға теләмәй инем.

82
Закрыть