Мәжит Ғафури. Фәҡирлектә үткән тереклек. Повестар һәм хикәйәләр - 2020. Страница 80.

алдына һөйләнә, йәки һыу буйынан манма һыу булып, бысранып ҡайтҡан була ла, Хәмиҙә әбей уның күлдәген алмаштырып торған ваҡыт була. Ул үҙенең шулай бысранып ҡайтыуына һис бер иҫе китмәй. Йәки бер ҙә ваҡытһыҙ йоҡлап ята. Ҡатыҡ ашап йоҡлаған балаларҙың биттәрен себендәр нисек һырып алһалар, уның да битен себендәр шулай һырып алған була.

Нисек тә беҙ уны аҡыллы кешеләр яҡын да бармай торған күңел­ һеҙ бер хәлдә осратабыҙ. Уны шул хәлдә осратыу беҙҙең башыбыҙға ауыр бер нәмә һуҡҡан кеүек яһай, асығып ҡайтыуға ҡарамаҫтан, ашау иҫтән сығып китә. Уны күрмәҫ өсөн, ҡайҙа булһа ла сығып китке килә.

Ошо күренештәр өҫтөнә, күп ваҡытта, кешеләр йәки уларҙың балалары, уның тураһында берәй күңелһеҙ нимә һөйләп, йәрәхәт өҫтөнә тоҙ һибәләр: — Ғәлимә апайҙан балалар ҡурҡа, имеш!..

— Ҙурҙар эшкә киткәс, ул балаларҙы ҡурҡытып йөрөй икән...

— һыу ингәндә, һыуға бата яҙғанда ғына күреп ҡалып, саҡ ҡотҡа­ рып алып ҡалғандар.

— һыу буйында ялан өҫ йөрөп бөтә халыҡты көлдөргән, имеш... кеүек нәмәләрҙе ишеттерәләр. Шуның артынан уҡ Ғәлимә апайҙан бөтөнләй туйғанлыҡтарын аңлаталар. Уларҙың шул һүҙҙәре, шулай аңлатыуҙары Фәхри бабайҙарҙың да, беҙҙең дә йөрәк әрнеүгә сәбәп була ине. Хатта уның былай йөрөүенән бигерәк, тиҙерәк үлеп, күҙ көйөгө булып йөрөүенән ҡотолаһы килеү теләге, күңелдең йәшерен бер мөйөшөндә йәшеренеп торған кеүек була. Ошо ауыр теләк Хәмиҙә әбейҙәрҙең ҡайһы бер һүҙҙәренән аңлашыла торған булып китте.

Бер көн шулай Ғәлимә апайҙы беҙ өйҙә юҡ саҡта күрше балалары ирештергән булһалар кәрәк, ул тоткан да уларҙы ҡыуған, балалар ҡыс­ ҡырышып ҡасҡандар ҙа, ҡарай торған тауыҡ себештәрен ташлап, икенсе ергә киткәндәр. Ҡарауһыҙ себештәрҙе андып ҡына йөрөгән төйлөгәндәр бер нисә себеште тибеп тә өлгөргәндәр. Күрше ҡатыны себештәргә килгән һәләкәтте тикшергәндән һуң, был эшкә Ғәлимә апайҙың сәбәп булғанын белеп, Хәмиҙә әбейҙәргә ингән, беҙ эштән ҡайтыуға ул эсендәге иң зәһәрле асыуҙарын сығарып: — һеҙҙең енле Ғәлимәгеҙ өсөн беҙ ғәйепле түгел! Хәҙер торор хәлебеҙ ҡалманы инде. Беҙ уны ҡыҙғанып тормабыҙ, тура килһә, аяҡ-ҡулын һындырырбыҙ!.. — тип ҡарғана, Хәмиҙә әбейгә ғүмерендә ишетмәгән һүҙҙәрҙе ишеттерә ине.

Уның шундай зәһәрле һүҙҙәренә ҡаршы Хәмиҙә әбей: — Зинһар, ярама тоҙ һалма, минең унан башҡа ла йөрәк иттәрем тел­ геләнеп бөткән, ике себешең өсөн бер оя тауығымды алып кит... — тип әйтге лә, үҙе ҙур башы менән илап ебәрҙе. Ул үҙе ярһып илай, үҙе: - Был эштәрҙе беҙ ҙә теләп тормағанбыҙ! Әҙәм үҙ башына төшмәһә — белмәй, ул күҙ көйөгөн күргән һайын минең йөрәгем өҙөлөп төшкән кеүек була, — тип әрней-әрней һөйләргә кереште.

81
Закрыть