— Фәхри ҡыҙы!.. Ул бит — беҙҙең күрше һәм атайҙың бер туған ағаһы Фәхри бабайҙың ҡыҙы Ғәлимә апай! Ул бит минең үҙ апайым дан да артыҡ яратып йөрөгән апайым... Ул нисек былай булды икән?! Ул, меҫкен, хәҙер был хурлыҡҡа нисек сыҙай икән? Теге тышта нескә тауыш менән әрнеп илаған кеше Ғәлимә апай икән! Хәҙер Фәхри бабайҙар үҙҙәре нисек сыҙап торалар икән?.. — тигән күңелһеҙ һәм йәмһеҙ уйҙар бер минут эсендә баштан үтте. Мин был эшкә һәм Ғәлимә апайҙың ошо күҙҙәре ут кеүек янып, ҡулдарына күҫәктәр тотоп торған уҫалдарға тотҡон булыуына бер мәғәнә лә бирә алманым. Башым түбән бөгөлөп төштө, күҙ алдарым ҡараңғыланды, бөтә шәкерттәр тик миңә генә ҡараған кеүек тойолдолар.
Хәҙер дәрес ҡайғыһы бөттө, алдағы китаптар онотолдолар, бөтә шәкерттәр һәм был эш артынан йөрөүселәр, хәҙрәт ауыҙына ҡарап, уның был мөһим эш тураһында, нәмә әйтәсәген көтә башланылар.
Хәҙрәт тә, эштең һуң дәрәжәлә мөһим икәнен белдергән рәүештә, тамағын ҡырҙы һәм бер аҙ уйлап торғандан һуң: — Кемдәр күргән? Шаһиттар бармы? Бындай эштәрҙе дөрөҫләү өсөн шәриғәт ҡаршыһында дүрт шаһит кәрәк! — тине.
Беҙҙең ҡолаҡтар үрә торҙо, эштең ҙурлығы тағы ла арткан кеүек булып китте. Хәҙрәттең был һорауына ҡаршы кемдәр генә сығып яуап бирә алыр икән тигән уйға төшөлдө. Хәҙрәттең һүҙе бөтөү менән, теге кешеләрҙең араларынан бер нисә кеше бер юлы: — Бар!.. Бар!.. Шаһиттар әҙер!.. — тип, ҡысҡырып ебәрҙеләр. Хәҙрәт тағы ла етдиләнә төштө һәм: ->• Улар ҡайҙа һуң? Уларҙы бында алып килегеҙ! — тигән бойороҡ бирҙе.
Эш шул ергә еткәс, мәҙрәсәләге бөтә шәкерттәр, был «бәхетһеҙҙәр ҙең» йөҙҙәрен күрергә ашҡынған һымаҡ булдылар, бөтәһе лә йөҙҙәрен ишеккә ҡарай борҙолар.
Мин Ғәлимә апайымды бөгөн генә күргәйнем. Ул бөгөн иртәнсәк ниндәй шат ине. Хәҙер ул мин күргәндән һуң бөтөнләй үҙгәргәндер, башҡа төҫкә инеп киткәндер кеүек булып, күҙ алдыма килде.
Хәҙрәттең «алып килегеҙ!» тигән һүҙен ишетеү менән, бер нисә кеше бер юлы: — Ҡайҙа, уларҙы бында килтерегеҙ! — тип ҡысҡырып ебәрҙе. Шул һүҙҙе ишетеү менән Сәйфулла ишекте асып: — Уларҙы бында индерегеҙ! — тип ҡысҡырҙы.
Шундай ҙур «ваҡиға»ға һәм ҡараңғы төндә шул тиклем шау-шыуға сәбәп булған кешеләрҙең ошо минутта мәҙрәсәгә инеүҙәре бөтә шәкерттәрҙе тулҡынландырҙы, улар теге ҙур «гонаһлы» кешеләрҙе яҡынданыраҡ күреү өсөн, алғараҡ, күрергә уңайлыраҡ ергә, һыйына башланылар. Ләкин хәҙрәттең асыу менән: «Урындарығыҙҙан ҡуҙ ғалмағыҙ!» — тигән һүҙе уларҙы урындарында тик торорға мәжбүр итте.
9