әйләнеп ҡараған саҡта, Закир ағай башын түбән һалып, беҙҙең яҡҡа ҡарай-ҡарай, аҡрын ғына алға бара ине. Минең ғәжәпләнеүемә ҡаршы, Ғәлимә апай артына әйләнеп тә ҡарамай. Закир ағай менән осрашыуы тураһында һис бер һүҙ әйтмәй ҡайтып инде. Өйгә ингәс, һүҙһеҙ-ниһеҙ генә сәйгә ултырҙы.
Фәхри бабайҙың күңелһеҙ генә: — Ниңә бик оҙаҡ торҙоғоҙ? — тигән һорауына ҡаршы, Хәмиҙә әбей: — Шулай тура килде, — тигән һүҙҙән башҡа һис бер һүҙ әйтмәне. Күрәһең, ул һис кемдең күңел йәрәхәтенә тоҙ һалмаҫ өсөн, Закир ағай менән Ғәлимә апайҙың осрашыуҙарын хәҙер һөйләргә тейеш күрмә гәндер...
XX Үткән йылдарҙа, эш ваҡыттары, бесән өҫтәре, ураҡ замандары байрам кеүек әҙерләнеп ҡаршы алына, бөтә эш бик күңелле үткәрелә торғайны. Ғәлимә апайҙың шул хәлгә төшөүенән булһа кәрәк, быйылғы эш ваҡыттары улай көтөлөп ҡаршы алынманы. Уның шулай, килделе-киттеле булып, ауыл халҡы араһында «тиле Ғәлимә» булып ҡалыуы Фәхри бабайҙарға ни тиклем тәьҫир итеп, күңелдәре төшөүгә сәбәп булһа, беҙҙең өй эсенә лә шулай ауыр тәьҫир итә ине. Шул күңел төшөнкөлөгө арҡаһында, беҙ бөтәбеҙ ҙә бер ҙур нәмәбеҙҙе юғалтҡан кеүек рухһыҙ эшләй инек.
Бесән йыйылған, кәбән ҡойолған саҡтарҙа, ураҡ урған ваҡыттарҙа Ғәлимә апайҙың юҡлығы, ул булған йылдарҙа эштәрҙең күңелле булыуы тураһында һүҙ сыҡмай ҡалмай ине. Күп ваҡытта әсәйем: — Ғәлимә булғанда, был бесәндәрҙең йыйылыуы ла, кәбән ҡойо- лоуы ла беленмәй ҡала торғайны, — тип һүҙ башлай. Уның был һүҙенә ҡаршы бик оҙаҡ яуап бирмәй торғандан һуң, Фәхри бабаймы, атайыммы: — Яҙмыш шулайҙыр инде... Уларҙы уйлаһаң, йөрәктәр әллә ни эшләп китә!.. Һәләк иттеләр меҫкен баланы, — тиҙәр ҙә, һүҙҙәрен артыҡ алып бара алмай, тәрән уйға батып, эштәрен уй ҡатыш дауам иттерәләр, был тыныслыҡ тағы ла бик оҙаҡҡа һуҙыла ине.
Ғәлимә апайҙың юҡлығы бигерәк тә ауыр булып һиҙелде. Ул булғанда эш уйын-көлкө менән үткәнгә күрә, көндөң үткәне һиҙелмәй ҙә ҡала торғайны. Хәҙер һалмаҡ күңелле, хәсрәтле ҡарттарҙың ауыр һүҙҙәре аҫтында эшләү һуң дәрәжәлә күңелһеҙгә әйләнде.
Эшкә күңелһеҙ киткән кеүек, ҡайтыуға ла күңелһеҙ күренеш көтөп кенә тора. Беҙ эштән ҡайтҡанда, Ғәлимә апайҙы төрлөсә осратабыҙ: ул беҙ ҡайтҡанда, йә тауыҡтарға һыу бирә торған ялғашта, бер ҙә кәрәкмәгән бер нәмәне йыуып, балалар кеүек бысранып ултыра, үҙе бөтә донъяһы тигеҙләнгән, һис бер хәсрәте булмаған кеше кеүек, үҙ 80