Мәжит Ғафури. Фәҡирлектә үткән тереклек. Повестар һәм хикәйәләр - 2020. Страница 78.

— Иҫәнме, Закир? Бына донъялар шулай булып китте бит әле... — тип һүҙ башлағайны, тик һүҙен бөтөрә алманы. Закир ағайҙың: «Иҫән әле, Хәмиҙә апай», тип әйткән һүҙе лә, Ғәлимә апайҙың ашығыслыҡ менән: — Әсәй, әсәй... Закир ҡайтты... Мин уларға барам... Беҙҙең туй булды, — тигән һүҙҙәре бүлделәр.

Уның был һүҙенән һуң Закир ағай, уңайһыҙланып, ҡыҙарып китге. Ошо уңайһыҙлыҡты бөтөрөр өсөн әйткән кеүек: — Туйҙар яһарбыҙ... Тиҙерәк терел, тим... — тип Хәмиҙә әбейгә ҡараны. Уларҙың ошо һүҙҙәренән һуң Хәмиҙә әбейҙең күҙҙәре йәш­ ләнделәр, ҡалтырауыҡлы тауыш менән: — Булыр, балаларым, туй ҙа булыр... Тик бына терел генә... Күптән туйҙар яһаған булыр инек тә... дошмандар харап иттеләр бит, — тине.

Һүҙ бөткән кеүек ине. Ул арала Ғәлимә апай бөтөнләй икенсе бер ҡиәфәт алып: — Мин һыу инәм... Әйҙә, һыу инәбеҙ... — тине лә башындағы яулығын алып алдына ҡуйҙы. Ике ҡулы менән оҙон, шуның өҫтөнә сыбалып бөткән ҡара сәстәрен һыйпап артка төшөрҙө һәм урынынан тора башланы.

Уның шулай ҡапыл ғына үҙгәреш яһап, һыу инергә уйлап, сисенә башлауын күргәс, Хәмиҙә әбей ҙә, Закир ағай ҙа төҫтәрен үҙгәртеп, аптырауҙа ҡалған кеүек булдылар. Хәмиҙә әбей: — Ҡуй, балам, һыу инергә иртә әле, һуңынан ҡыҙҙар менән килер­ һең, — тап уның ҡулын тотто. Уның был һүҙенә Закир ағай ҙа ҡушылды: — һыу инергә иртә шул әле... Ҡайтырға кәрәк, Ғәлимә... — тип урынынан ҡуҙғалды.

Уларҙың ошо «ҡайтыу, иртә әле...» кеүек һүҙҙәрен ишеткәс тә, Ғәлимә апай, балалар кеүек, һыу инергә теләүен бөтөнләй иҫенән сығарып, беҙҙең барыбыҙҙы ла мыҫҡыл иткән кеүек, ауыҙын бөршәйтеп көлдө лә кире ултырып, эргәһендәге үләндәрҙе йолҡоп уйнай башланы.

Хәмиҙә әбей уны нисек тә тиҙерәк алып ҡайтыу, был ауыр күре­ неште күрәһе килмәү уйы менән: — Әйҙә, балам, ҡайтайыҡ инде... Өйҙә атайың сәйгә көтә торған­ дыр... Уның эшкә бараһы бар, — тигән һүҙҙе ҡабатланы һәм, урыны­ нан тороп, Ғәлимә апайҙың яулығын япты. Закир ағай Хәмиҙә әбейҙең һүҙҙәренә ҡушылып: — Ғәлимә, йәнем, бар инде. Мин дә ҡайтам, минең дә эшкә бара­ һым бар, — тигәндән һуң битен икенсе яҡҡа әйләндереп, күҙен һөрттө.

— Әйҙә, улай булһа! — тип, Ғәлимә апай тиҙ генә урынынан торҙо ла, алға атлай башлап, Закир ағайға ҡарап: — Һин ҡал... Беҙҙә Закир бар... Ул мине көтәлер... Ул һәр көн беҙгә килә... Минән башҡа бер кемгә лә күренмәй, ул, һине күрһә, асыула­ ныр... — тип, ашығыс рәүештә алға китге.

Закир ағай, ни эшләргә белмәй, баҫҡан урынында шаҡ ҡатып, беҙгә ҡарап ҡалды. Беҙ үҙебеҙҙең артҡы баҡсаға еткәс, мин артыма 79
Закрыть