Мәжит Ғафури. Фәҡирлектә үткән тереклек. Повестар һәм хикәйәләр - 2020. Страница 77.

Закир ағай, аптырағанлыҡтан, нимә әйтергә белмәй, бер аҙ тор­ ғандан һуң ғына, Ғәлимә апайға нимәлер аңлатырға теләгән кеүек булып: — Бына һин терелерһең дә шунан һуң бергә торорбоҙ, бик күңелле булыр. Бына шунда беҙ ҙә, ошо ҡаҙҙар кеүек ҡаҙҙар, шундағы өйрәкгәр кеүек матур бәпкәле өйрәкгәр аҫрарбыҙ... — тип күңел йыуата торған һүҙҙәр теҙеп китте. Ләкин Ғәлимә апай уның һүҙҙәре бөткәнде лә көтөп тормай: — Ниңә, һин мине ташлап китәһеңме ни?.. Әсәйем шулай: «Терел, терел, туй булыр» — ти. Әйтерһең, мин ауырыйым, ти. Тағы төҫөн үҙгәртеп: — Мине тиле, тиҙәр шул. Эй Алла, мин ауырыйыммы икән ни? — тип тәрән уйға батҡан кеүек алдына ҡарап алды ла: Аҡ киндерҙәр һукҡ ан саҡта, Тала минең беләгем.

Усаҡтағы уттар кеүек Яна минең йөрәгем... — тип көйләп йырларға кереште. Шул йырҙы йырлап бөткәндән һуң, туҡтап, Закир ағайға бик яҡын итеп көлөп ҡараны ла: — Әй, йырламайым да... Оялам, йә күрерҙәр, — тип ситкә ҡараны.

Ғәлимә апайҙың йырын һәм һуңғы һүҙҙәрен ишеткәс, Закир ағай­ ҙың күҙҙәрендә йәш бөртөктәре күренделәр. Ғәлимә апай Закир ағай­ ҙың күҙҙәрендәге йәш бөртөктәрен күреп алғас: — Әй, йәнем, илама... Туйҙа илайҙар тиме ни?!. — тип ҡуйҙы.

Ғәлимә апайҙың был ваҡытта әйткән ҡайһы бер һүҙҙәре уның аҡылға инә башлағанын күрһәтәләр, ә инде уның артынан уҡ әйткән икенсе һүҙҙәре бөтөнләй уның киреһен аңлаталар ине.

Беҙ шулай бик уңайһыҙ хәлдә торғанда, беҙҙең ултырған ергә ҡарай Хәмиҙә әбей килә ине. Ләкин ул беҙҙең яныбыҙҙа Закир ағайҙың да ултырғанын күреп, яулығы менән бер яҡ битен ҡаплап, кире китә башланы. Закир ағай, Хәмиҙә әбейҙе күргәс, уның Ғәлимә апай арты­ нан килгәнен белеп: — Ғәлимә, йәнем, ана, әсәйең килгән... — тип әйткән генә ине, Ғәлимә апай урынынан тора биреп: — Әсәй, әсәй! — тип ҡысҡыра башланы. Уның был ҡысҡырыуы, бер яҡтан, бер шатлыҡ ваҡытта ҡысҡырыу, икенсе ҡарағанда, бик ҡурҡҡан саҡта ҡысҡырып, берәүҙең үҙе янына тиҙерәк килеүен теләп ҡысҡырыуҙы аңлата ине. Уның ҡапыл ғына шулай ҡысҡырып, Хәмиҙә әбейҙе саҡырыуынан Закир ағайҙың төҫө үҙгәреп китте.

Ғәлимә апай шулай ҡысҡырғандан һуң, Хәмиҙә әбей, бара торған еренән туҡтап, кире боролдо ла, атлар-атламаҫ ҡына беҙҙең яҡҡа килә башланы. Был ваҡытта ул нәмәнәндер оялған кеүек уңайһыҙлана ине. Беҙҙең янға килеп еткәс тә, һүҙҙе ҡайҙан башларға белмәй аптырап ҡалған кеүек булды ла, Закир ағайға ҡарап: 78
Закрыть