— Ниңә ҡайтабыҙ?.. Килгәндәрме ни? Юҡ, мин уларҙы күргем дә килмәй... — тип әйләнеп ултырҙы.
— Кемдәрҙе күрәһең килмәй? Беҙҙә бер кеше лә юҡ бит, — тинем.
— Муллаларҙы, кешеләрҙе... Улар йөҙгә ҡара яғалар, биткә төкө рәләр... — тине. Был һүҙҙәрҙе әйткәндә, уның төҫөнә бик ныҡ ҡурҡыу ғәләмәте сыҡты.
Ҡаҙҙар, өйрәктәр һаман һыуҙа йөҙәләр, ҡағыналар. Уларҙың бер төркөмө, һыуҙа йөҙөүҙән туйып, ярға сығалар. Икенсе төркөмдәре ашығып килеп шапырлатып һыуға төшәләр, төшөү менән һыу эсеп, сумып, ҡағына башлайҙар.
Быларҙы ҡарап торған һайын ҡарағы килә. Был матурлыҡты ҡарап тора торғас, мин ҡайтыуҙы ла онотҡанмын. Күҙҙәремде алмай шуларға ҡарап торам. Тик йылға буйлап килгән бер кешенең аяҡ тауышын ишеткәс кенә, күҙҙәремде йылға өҫтөнән алып, теге кешегә ҡараным. Был килеүсе кеше — Закир ағай ине.
Ҡыш көнөндә Ғәлимә апай менән Закир ағай «тотолоп», туҡма лып, биттәренә ҡаралар яғылып, урамда йөрөтөлгәндән һуң улар бер-береһенә осрашҡандарҙырмы, юҡтырмы, миңә билдәле түгел. Шулай ҙа, былар шул күңелһеҙ көндән һуң бер-береһен алыҫтан күрһәләр ҙә, был рәүешле яҡындан осрашҡандары юҡтыр тип уйлайым.
Закир ағай беҙҙең янға килеп етеп, Ғәлимә апайҙы күргәс, баҫҡан урынында ҡатып ҡалды. Ғәлимә апай, уны күргәс, төҫөн үҙгәртте, ҡалтыранып, ҡурҡып киткән кеүек булды.
Закир ағай ағарынып, һис бер һүҙһеҙ бер аҙ торғандан һуң, Ғәлимә апайҙың ҡаршыһына килеп баҫып, ҡалтыраған бер тауыш менән: — Ғәлимә!.. Был һинме, Ғәлимә?.. — тип, ике генә һүҙ әйтеп, яуап көткән кеүек ҡарап тик торҙо.
Ғәлимә апай Закир ағайҙың һорауын ишеткәс, башта күҙҙәрен мөлдөрәтеп, ҡыҙғаныс булып китте, шунан тиҙ генә төҫө үҙгәреп, йылмайып ҡуйҙы ла, бик еңеләйеп: — Әй, Закир, һин ҡайттыңмы ни? һине көтә-көтә аптырап бөт төм... Бына был ҡаҙҙарҙың бер ояһы беҙҙең ҡаҙҙар бит, ҡаҙ өмәһе яһарбыҙ... Юҡ, юҡ!., һин кит, беҙҙе күрһәләр, харап итерҙәр!.. — тип, тирә-яғына ҡарана башланы ла тағы ла һүҙен үҙгәртеп, — ултыр әле, ултыр... Улар килмәҫтәр. Ҡаҙҙар йөҙгәнен ҡарарбыҙ... Бәй, һинең йөҙөндә ҡара бөткән икән?— тип, ғәжәпләнеү белдерҙе.
Уның шулай килделе-киттеле һүҙҙәрен ишеткәс, Закир ағайҙың төҫө тағы ла үҙгәрҙе. Аптыраған хәлдә Ғәлимә апайҙың янына ултырҙы ла: — Ғәлимә, ауырыйһыңмы, әсең бошамы? — тип һораны, уның был һорауына ҡаршы, Ғәлимә апай көлә төшөп: — Юҡ, мин ниңә ауырыйым, ти. Туйҙан элек ауырыған инем дә, шунан һуң терелдем. Белмәгән кеше кеүек һораған була бит әле, — тип башын түбән эйә төшөп, көлә башланы.
77