Уның шулай булып ҡалыуы, ихтимал, үҙе өсөн бер ҙә ауыр ҙа, ҡыйын да түгелдер... Ләкин беҙҙең өй эсе кешеләре, уның шул хәлдә ҡалыуына өйрәнеп киткән кеүек булһалар ҙа, эҫтәренән әрнейҙәр, уның тураһындағы әрнеү йөрәк эсенә ҡаты таш кеүек инеп ултыр ғайны.
Уның шулай йөрөүе, беҙҙең һыҙланыу, ҡайғырыуҙарҙың һис бер осо күренмәй, көндәр ошо күренмәгән өмөт ҡатыш ҡаты хәсрәт эсендә алға баралар...
Ул көн һайын тип әйтерлек ҡойроҡтағы йылға буйына, ундағы ваҡ ағастар тирәһенә бара. Беҙ хәҙер уның унда барыуын, йөрөүен ҡарап та тормай башланыҡ. Тик эш булмаған саҡта ғына уны күҙәтәбеҙ, күҙ- ҡолаҡ булабыҙ. Ваҡыт булмай, ҡарарға тура килмәй икән, ҡарап та тормайбыҙ, ул үҙе ишек алдында йөрөй, арттағы картуф баҡсаһына сыға, унан һуң һыу буйына китеп ултыра-ултыра ла ҡайта. Т ик ҡайһы ваҡытта кисегеп һуңға ҡалһа ғына, барып алып ҡайтабыҙ.
Ҡайһы саҡта уның бик иртә, йәйге ҡояш сығыу менән, беҙ йоҡо нан тормаҫ борон уҡ сығып китеп, һыу буйына барған саҡтары була торғайны. Уның шулай иртә сығып китеүен күреп ҡалһалар, Хәмиҙә әбейҙәр уны барып алып ҡайталар ине. Мин атҡа барыр өсөн иртәрәк торған көндәремдә үҙем дә уны алып ҡайта торғайным.
Бер көн шулай иртә торғас, Хәмиҙә әбей миңә: — Бар әле, Ғәлимә апайыңды ҡарап ҡайта күрһәнә, ул иртүк тороп сығып киткән, һыуға төшөп-нитеп ҡуймаһын... — тигәс, уның арты нан киттем.
Мин эҙләп барғанда, Ғәлимә апай, һис бер ғәмһеҙ кеше кеүек, ярҙан аяҡтарын һалындырып, һыуға ҡарап ултыра ине. Мин барғас та, ул үҙенең ултырышын үҙгәртмәне. Сөнки ул кеше барғанға ҡарап, үҙенең һәләтен үҙгәртмәй, уңайһыҙлыҡ күрһәтмәй ине.
Иртәнге ҡояштың нуры аҫтында йәйелеп яткан һыуҙа ҡаҙҙар, өйрәктәр йөҙөп йөрөйҙәр, ҡанаттарын киреп ҡағып шатланалар, сума лар, һыуҙарҙы шапырлатып, тулҡынландырып йыуыналар ине. «Әллә ул, тымыҡ һыу өҫтөндә йөҙөп, йыуынып йөрөгән ҡаҙҙарҙың шатлыҡ тарына һоҡланамы икән?.. Әллә балаларын эйәртеп, һыу ситендә бығыр-бығыр килеп һөйләшеп йөрөгән өйрәктәрҙең шатлыҡтарына ҡыҙығамы икән?..» тип уйланым. Ул уларҙың һыуҙа йөҙөүҙәренә, сумыуҙарына, ҡанаттарын күтәреп ҡағыныуҙарына, матур эҙҙәр ҡалдырып, һыуҙың бер яҡ ситенән икенсе яҡ ситенә йөҙөп сығыуҙа- рына тап аҡыллы кешеләрсә ҡарап тора ла, ҡайһы ваҡытта йылмайып ҡуя, ҡайһы саҡта, моңайып, тәрән уйға батҡан кеүек була ине.
Мин уның янына барып, бер аҙ торғандан һуң: — Ғәлимә апай, әйҙә ҡайтайыҡ иңде... — тинем. Ул мин әйткән һүҙ ҙәрҙе ишетмәгән кеүек булды, ҡараған еренән күҙҙәрен алманы. Мин баяғы һүҙемде ҡабатланым. Шунан һуң ғына бер аҙ аңға килгән кеүек булып, миңә табан әйләнеп ҡараны ла: 76