Мин уны был хәлдә күргәс, тәнем эҫеле-һыуыҡлы булып китте. Тиҙ генә уның янына барып, теге малайҙар араһынан алып ҡайтырға теләнем, ул һаман ҡайтаһы килмәгән кеүек, егеттәр гармун уйнаған яҡҡа ҡарап, хайран ҡалған һымаҡ, тик баҫып тора ине.
Бер аҙ торғас, Хәмиҙә әбей ҙә килеп етте. Ул Ғәлимә апайҙың бында килеп, шулай тороуына бик борсолған, артыҡ уңайһыҙланған ине, «сығып киткәнен күрмәй ҙә ҡалғанмын!..» тип, янына килеп, ипләп кенә алып ҡайта башланы. Ғәлимә апай ҡарышып тормаһа ла, артына ҡарай, был ерҙе ҡалдырып китәһе килмәгән кеүек, алға бик аҡрын бара ине.
Уйынға йыйылған ҡыҙҙар беҙҙе ҡарап ҡалдылар. Улар араһынан: — Тиле Ғәлимә!.. Эй, бахырҡай, ниндәй көндәргә төштө бит!.. — тигән һүҙҙәр ишетелеп ҡалды.
Уларҙың шул һүҙҙәрен ишеткәс, Хәмиҙә әбей бик тәрән көрһөнөп: — Уның да һеҙҙең төҫлө еләк кеүек саҡтары бар ине лә бит, Хоҙай шулай яҙғас, ни эшләйһең! — тине лә, күҙҙәренән йәштәре тәгәрәп сыҡты.
Ысынлап та, уны шулай харап итмәһәләр, уның да шулай һеҙҙең төҫлө еләк кеүек матур саҡтары бар ине шул, тип уйланым мин.
XIX Көндәр, айҙар үтеү менән, ауыл халҡы Ғәлимә апай менән Закир ағай тураһында һөйләүҙән ҡыҙыҡ тапмай башланылар. Тик Ғәлимә апайға осраған, уны ҡабул күргән кешеләр, төҫтәрен үҙгәртеп, бик һирәк осрай торған бер нәмә күргән кеүек ҡарап үтәләр, ҡайһы берәүҙәре: — Бахыр, үҙе лә харап булды, ата-әсәһенең дә йөҙҙәрен ҡарайтырға сәбәп булып, биттәренә оят килтерҙе... — тигән һүҙҙәрҙе әйтәләр ине.
Закир ағай, боронғо кеүек янып торған хәленә ҡайтмаһа ла, йөрөй. Уның тураһында: — һаман аяҡ өҫтөндә ауырып йөрөй, кеше була алмай, ауырыуы эсендә икән, — тип һөйләйҙәр ине.
Шулай итеп, Ғәлимә апайҙың тиле кеүек йөрөүенә ауыл халҡы ғәжәпләнмәй башланы. Улар ғына түгел, беҙҙең өй эсендәге кеше ләр ҙә Ғәлимә апайҙың теге остағы Әхмәт кеүек һантыйға әйләнеп китеүенә өйрәнгән кеүек булып киттек. Фәхри бабайҙар ҙа, атайымдар ҙа уның терелеүенән бөтөнләй өмөт өҙөп бөтмәһәләр ҙә, уның тереле- үен боронғо кеүек өмөт менән көтмәйҙәр, уның терелеүе тураһындағы һүҙ һирәк һөйләнә башланы.
Ғәлимә апай ул хәҙер балалар кеүек булып китте. Ул беҙгә инә, уның беҙгә инеп, сығып йөрөүенә атайым да, әсәйем дә балаларға ҡараған кеүек ҡарайҙар; ул үҙе шул хәлдә булыуына борсолмай, икенсе төрлө әйткәндә, борсолоуҙың нәмә икәнен аңламай ҙа ине.
75