әбей йәки әсәйем күреп ҡалһа, теге малайҙарға артыҡ ныҡ үпкә күрһәтәләр, хатта ҡарғап та ҡуялар ине.
Бер көндө мин уның эргәһенә барып ҡарап торҙом; ул йәшел талдарға яҡын ғына ултырған да, үҙ алдына үҙе: — Килделәр бит инде... һин нимә тиһең?.. Туйҙан ҡасалар тиме икән ни?.. Закир баҙарға китте. Уның ҡайтыуына сәй ҡайнатырға кәрәк... Ул бүләктәр килтерҙе, бик матурҙар... Аллаға шөкөр, йөҙөм дә ағарҙы инде... — тигән кеүек һүҙҙәр һөйләнә, шатлыҡ йәки эсе бошоуға ҡаратып йөҙөн үҙгәртә ине.
Ул мине күргәс тә, бер аҙ ҡарап торҙо ла: — һин дә килдеңме ни әле, улар ҡайҙа киттеләр һуң? Йөрөйһөң шунда кеше ҡурҡытып... — тип, мине үҙенең янында тороуымдан уңайһыҙланғанын, уның әллә ниндәй теләгенә ҡаршы килгәнемде белдерҙе.
Мин уның кемдәрен ҡурҡытҡанымды белә алманым: — Ғәлимә апай, мин кемдәрҙе ҡурҡыттым һуң? — тип һораным.
Шул һүҙҙәремдән һуң ул миңә тағы ла бик диҡҡәт менән ҡараны ла: — Ул ҡурҡа шул... һин кит әле, ул килһен... — тине. Мин: — Әйҙә, ҡайтайыҡ, апай, — тигәс, ул бик тәрән уфлап: «Әйҙә һуң, улай булһа», тип эйәреп ҡайтты. Шулай ҙа, ул ҡайтып килгәндә, әллә ниңә икеләнеп ҡуйған кеүек була, кире китергә теләгән кеүек, артына ҡарай туҡтай, бер аҙ торғас, тағы ла эйәрә ине.
Уның шулай яңғыҙ ултырғанын, ҡурсаҡ уйнаған кеүек үләндәр, сыбыҡтар менән уйнағанын, ҡайһы саҡта эйәген ҡулына ҡуйып, моң ланып йырлағанын ишетә торғайным.
Бер йома көндө, ҡырҙағы юл менән ҡайтып килгән ваҡытымда, теге ҡыҙҙар йыйылған ерҙән алыҫ түгел, бер урында, бер кеше тирә һенә бала-сағалар йыйылып, әйләндереп алыуҙарын, ҡыҙҙарҙың шулай табан ҡарап аптырап тороуҙарын күреп, шулар янына барҙым.
Был малайҙарҙың уртаһында ҡалған кеше — Ғәлимә апай ине. Мин уның был хәлдә тороуын күргәс, ҡыҙғанып та, уңайһыҙланып та кит тем.
Күрәһең, ул боронғо һау ваҡыттарын иҫенә төшөрөп, дәртләнеп китеп, уйынға килгәндер, ләкин ул боронғо иптәштәре булған еткән ҡыҙҙар янына барғас, улар икенсе урынға күсеп, Ғәлимә апай балалар араһында яңғыҙы тороп ҡалған. Ул йөҙөнә бик күп кершән һөрткән, аҡтары буй-буй булып, юлланып торалар, яңы күлдәген кейһә лә, уның тиҫкәре яғын кейгән, башындағы яулығын алмаштырып та тормаған, шуларҙың һәм үҙен әйләндереп алған балаларҙың береһенә лә иҫе китмәй, шатланған кеүек, тик тора.
74