Мәжит Ғафури. Фәҡирлектә үткән тереклек. Повестар һәм хикәйәләр - 2020. Страница 72.

Ауыл эргәһендәге ҡыҙҙар уйынға сыға торған түбә матурланды, уның тирә-яғындағы ваҡ ағаслыҡтар йәшәрҙе.

Ҡыш буйынса еп иләп, киндер һуғып, ул эштәр менән беләктәре талған етеҙ ҡыҙҙар, эштәренән бушап, йома көндәре шул матур яланға сығып, уйнай башланылар...

Яҙғы һабанда ат башында йөрөп арыған малайҙар ҙа шул «Ҡыҙҙар яланы» тигән ерҙең тирәһендәге ваҡ ағаслыҡтар тирәһенә сығып, төрлөсә уйындар ҡорорға, ҡош йомортҡалары эҙләргә керештеләр...

Яҙғы эш менән йәйге эш араһындағы буш ваҡыттан файҙаланған ҙурҙар ҙа шул яландың берәй яғына барып, йәшел сиҙәмгә ятып хәл йыйырға онотманылар.

Үткән йылдарҙа Ғәлимә апай ҙа шунда сыға, ул бөтә ҡыҙҙар араһында айырым матурлыҡ бирә, ҡыҙҙар уйынының иң башында була торғайны. Мин дә шул ваҡытта, башҡа малайҙар менән сығып, уйнай-көлә, иртәнән кискә тиклем шунда була инем.

Быйыл был яландың матурлығы беҙгә боронғо кеүек күренмәне. Ғәлимә апай быйыл гүйә унда сығыуҙы онотҡан, уға ҡыҙҙарҙың шат­ лыҡлы уйындары кәрәк түгел, ул үҙе лә теге иптәш ҡыҙҙары тарафы­ нан онотолған кеүек булып китте. Уның хәҙер унда сығыуынан үҙе өсөн ҡыҙыҡ булмаған кеүек, Хәмиҙә әбейҙәр өсөн дә күңелле буласаҡ түгел, шуға күрә Хәмиҙә әбейҙәр ҙә уның унда сыҡмауын, йыйын эсендә күренмәүен теләйҙәр, сығармау яғын ҡарайҙар, хатта үҙенә белдермәй генә уны күҙәтеп торалар ине.

Ғәлимә апай хәҙер, йомаһына-фәләненә ҡарамай, һәр көн тип әйтерлек үҙебеҙҙең ҡойроҡтағы йылға буйына төшә, шунда бик оҙаҡ ултыра, күп ваҡытта өйгә ҡайтыуын да иҫенән сығарып, Хәмиҙә әбей йәки әсәйем барып алып ҡайтмаһа, үҙе белеп ҡайтмай ҙа торған булып китте. Башта әсәйемдәр уның яңғыҙ ҡалып, һыуға-маҙарға төшөүенән ҡурҡып, һәр ваҡыт ҡарап торһалар ҙа, үҙҙәре бушамағанда, уға күҙ- ҡолаҡ булып тороуҙы миңә ҡушһалар ҙа, бара торғас, күҙәтеп тороуҙы ла һирәкләттек, тик иҫкә төшкәндә генә барып ҡарай торған булып киттек.

Ул шунда ултырғанда, төрлө үләндәр, бер ҙә кәрәкмәгән сыбыҡ- сабыҡтар йыя ла, шуларҙан ҡыҙыҡ тапҡан кеүек, балаларса уйнай, эргәһенә барғанда ла артыҡ һүҙ әйтмәй, әйләнеп ҡарай ҙа, тағы ла үҙ эше менән була ине.

Ҡайһы ваҡытта ул шунда ултырғанда, беҙ күрмәгәндә, уның эргә­ һенә бәләкәй ҡыҙҙар, малайҙар, йыйылышып, уны ирештерәләр, ул ундай ваҡытта артыҡ күңелһеҙлек белдереп, уларға асыулана, ләкин уларға теймәй, уның асыуы ла һау кешеләрсә түгел, үҙенсә генә мөлә­ йем рәүештә бер рәнйеш күрһәтеү кеүек була ине. Бындай ваҡытта мин малайҙарҙы ҡыуып ебәрәм дә, апайымдың янында ҡала торғай­ ным. Уның шулай бала-сағалар тарафынан ирештерелеүен Хәмиҙә 73
Закрыть