һиҫкәнеп китеүҙәре аҙайған кеүек булһа ла, хәҙер даими рәүештә килделе-киттеле бер кеше булып әйләнде. һуңғы ваҡыттарҙа ул, бер ҡараһаң, балалар кеүек шат була, икенсе ҡарағанда, ҡайғылы кеүек моңая, үҙ алдына үҙе һөйләнә, шулай итеп, үҙе менән үҙе була, үҙ юлы менән бара бирә ине.
Ул хәҙер өҫтөндәге күлдәген дә, Хәмиҙә әбей йәки әсәйем алмаш тырмаһа, аҙналар буйы алмаштырмай, өҫ-башының керле, йыртыҡ булыуына иҫе китмәй, сәстәренең таралмай, нисек булды шулай тороуына эсе бошмай торған булып китте. Бит-башын йыуыуҙы ла ҡайғыртмай, әгәр ҙә кеше ҡушыуы буйынса йыуырға керешә икән, бик оҙаҡ йыуа, Хәмиҙә әбейҙең: — Балам, битең ап-аҡ булған бит инде, — тип әйтеүенә ҡаршы: — Юҡ, юҡ, ҡараһы бөтмәгән әле. Күп һөрттөләр бит, нисек ҡараһы тиҙ генә бөтһөн, — тип арып бөткәнсе, ҡомғанда бер тамсы һыу ҡал мағансы йыуа. Шунан һуң битен һөртөргә лә онотоп, икенсе бер эшкә керешеп китә ине.
Бара торғас, уның шулай үҙенсә йөрөүенә, аҡылһыҙлыҡ менән төрлө эштәр эшләүенә барыбыҙ ҙа өйрәнеп киткән кеүек була башла ныҡ. Ауылдың теге осонда, бик күптәнән бирле тиле исеме алған, «тиле Әхмәт» тип йөрөтөлгән, тиле Әхмәт нисек булһа, Ғәлимә апай ҙа шуның кеүегерәк булып китте. Беҙҙең өй эсендәге кешеләрҙең бөтәһе лә Ғәлимә апайҙы тиле Әхмәт кеүек иткеләре, уға «тиле Ғәлимә» тип әйттергеләре килмәһә лә, беҙҙең был теләккә ҡаршы булараҡ, күрше-күлән ауыҙынан «тиле Ғәлимә» тигән һүҙҙәрҙе ишетергә тура килә башланы. Был ауыр һүҙҙе ишетеү барған һайын артты, күбәйҙе.
Матур Ғәлимә апайҙың «тиле Ғәлимә» исемен алыуына беҙҙең өй эсендәгеләр сикһеҙ ғәрләнһәләр ҙә, ғәҙәттән тыш ҡайғырып, уңайһыҙ ланһалар ҙа, «Хоҙай тәҡдиренә» күнәләр, был турала һүҙҙе оҙайтмай, сабыр итәләр, тик ҡайһы ваҡытта ғына, «ниңә тиле булһын ул...» тип, үҙҙәрен йыуатырға тырышҡан кеүек булалар, ләкин был һүҙҙәрҙең дөрөҫ булыуына үҙҙәре лә ышанмаған кеүек булалар ине.
Күрше малайҙары ауыҙынан «тиле Ғәлимә» тигән һүҙҙе ишетеү миңә бик ауыр тойола, шул һүҙ өсөн улар менән ыҙғышып та китә инем. Имеш, минең апайым, бик яраткан Ғәлимә апайым, тиле бул һын! Был һүҙҙе ишетеү миңә бөтә эштән, башҡа бөтә ауыр һүҙҙәрҙән дә ауыр ине.
XVIII Ҡыш көндәре үтеп, яҙ етте. Көлөп ҡарай торған нурлы ҡояш аҫтында, яңы сыҡҡан йәшел үләнле яландар һәр кемде үҙенә тартып, саҡырып торған кеүек бер хәлгә килделәр.
72