ғас, ҡурҡып китәм. Кистәрендә әллә ҡайһы ерҙәре ауыртҡан кеүек һыҙлана, йөрәгенә ҡан һаумаған булһа ярар ине...
Әсәйем уға тағы ла яҡынлаша төштө һәм серле рәүештә: — Бигерәк харап иттеләр инде. Бына бит беҙҙең Ғәлимә аҡылынан яҙып бара, көндән-көн бөтә, еләк кеүек ҡыҙ ине бит...
Закир ағайҙың әсәһе аҡрыныраҡ тауыш менән: — Халыҡ араһында, Ғәлимә аҡылдан яҙған, енләнгән, тип һөйләй ҙәр инде. Уны алла һуҡҡан, уларҙан хәҙер фәрештәләр ҡасҡан, уларға ендәр эйәләшкән... — тиҙәр икән.
Уның был һүҙҙәренән һуң әсәйем үҙгәреп китте.
— Белмәйем инде, үҙебеҙ ҙә аптыраныҡ, шул тиклем хурлыҡ күреүгә аҡылыңдан да шашырһың, хәҙер уны ҡайғырта-ҡайғырта үҙебеҙ ҙә бөтөрөндөк. Ул инде, Хәмиҙә килендәш, бөтөнләй эштән сыҡты!.. Әле Ғәлимәне ҡарап торам да, бер ҙә генә боронғоса түгел шул: бер яулыҡ алған да, шуға ҡарап әллә ниҙәр һөйләй, үҙенсә туй ҙа яһап ҡуя. Күҙҙәремә йәш тулды. Ҡайһы саҡта арыу булған кеүек, әйткән һүҙҙе аңлаған кеүек тә булып ҡуя ла, тағы ла еңеләйеп китә шул, инде итмәгән дарыу ҙа ҡалдырманыҡ. Юҡ, һис бер шифаһы юҡ... Ҡайнаға әйтә: «Бөтә хәлем бөтһә бөтһөн инде, Ғәлимә генә кеше булһын ине. Әхмәт ишанға алып барам әле, уның өшкөрөүе бик килешә, тип әйтәләр», ти. Әле шунда барам тип, кисә ике һарығын һатты. Ғәлимә өсөн бөлөп тә бөттөләр инде...
— Бала бит, бала!.. Ҡайғырмай булмай шул, мин Закир өсөн ҡай ғырып эштән сығып бөттөм инде. Атаһы әйтә: «Юҡҡа ҡайғырма инде. Үткән эшкә ҡайғырып файҙа юҡ», ти. Закир үҙе былай сер бирмәгән кеүек күренә: «Әсәй, юҡҡа борсолма әле, мин дә һауығырмын, Ғәлимә лә терелер», ти. Күңелендә һаман шул Ғәлимә. Ысынлап та, терелһә ләр, бына тигән иттереп туй яһар инек. Дошмандарҙың йөрәктәрен яндырыр инек...
һүҙҙәр былай яҡшылыҡҡа табан барғанда, әсәйем дә, Закирҙың әсәһе лә шатланып, йөҙҙәре асылып китә. Әсәйем тағы ла шатлана төшөп: — Шулай ғына булһын ине лә, туйҙар яһап ташлаһаҡ ине. Бер генә лә ҡайғыбыҙ ҡалмаҫ ине... — тип ҡуя.
Шундай һүҙҙәр һөйләп, күпме ултырғандарын да белмәйҙәр. Хә ҙерге ауырлыҡтарҙы күреп көрһөнәләр, алдағы көндән бәхет көтәләр...
XVII Ғәлимә апай ишанға алып барып өшкөртөү менән дә, тағы әллә нисә төрлө им-томдар иттереү менән дә алға китә алманы, һуңғы ваҡыттарҙа, ауырыу башланған ваҡыттағы кеүек, йоҡлаған ваҡытта һаташып, урынынан һикереп тороуҙар һирәгәйһә лә, ҡапыл ҡурҡып, 71