Ингән кешеләр, һаман да тынысланып, үҙҙәренең һүҙҙәрен һөйләр бер хәлгә килә алмайҙар, баҫҡан урындарында тыныс ҡына, бер ерҙә генә баҫып тора алмайҙар.
Хәҙрәт өсөнсө тапҡыр тағы ла асыулыраҡ рәүештә: - Й ә , ни нәмә бар? Ниңә берегеҙ ҙә һөйләмәйһегеҙ, ҡиәмәт ҡуп тымы әллә? — тип ажғырҙы. Был юлы хәҙрәттең йөҙөнә асыу ғәләмәте бик ныҡ сыҡҡайны.
Ниһайәт, ишектән ингән кешеләрҙең береһе, башҡа иптәштәренән алғараҡ килеп, өҙөк һәм ҡалтырауыҡлы тауыш менән: — Хәҙрәт, эш ҙур... Боҙоҡтар аяҡ аҫтында яталар икән... Шуларҙы тотоп, һеҙҙән шәриғәт һорарға килдек! — тине һәм, һүҙен тамам итеү ҙән аптырап ҡалған кеше кеүек, ҡалтыранып, улай-былай һелкенеп, иптәштәренә ҡараны, бик оҙаҡ йүгереп арыған кеше кеүек, өҙөк-өҙөк тын ала башланы. Ысынлап та, хәҙер был кешенең күҙҙәре аларған, йөҙө ағарған, үҙе һуң дәрәжәлә ҡурҡыныс бер ҡиәфәткә ингәйне.
Беҙ әле һаман эштең нимәлә икәнен, ниндәй ваҡиға булғанын белмәгәнгә күрә аптырай ғына бара инек.
Хәҙрәттең түҙерлек хәле ҡалманы, ул урынынан ҡуҙғала төшөп: — Йә, ниндәй боҙоҡтар? Нәмә? Берәй кешенең әйбере юғалғанмы? Тиҙерәк әйтегеҙ! — тине.
Бая һөйләгән кеше янына тағы береһе килеп ҡушылды, улар икеһе берҙән: — Бына, Шакир малайы Закир менән... — тип һөйләй башлағандар ине, хәҙрәт уларға ҡарап: — Улай икәүләп һөйләмәгеҙ, арағыҙҙан берегеҙ генә һөйләгеҙ! — тигәс, Ғәбдрахман бабай алғараҡ сыҡты. Ул, һүҙҙең иң кәрәкле еренән башларға теләгән кеүек, ашығыс эштең һөҙөмтәһен белергә теләгән кешеләрҙе бер аҙ көттөргәндән һуң, былай тип һөйләргә кереште: — Хәҙрәт, һөйләргә лә ауыр инде. — Уйлап тороп, — Шакир малайы Закир менән Фәхри ҡыҙын тогкандар... Ғәйфулла менән Сәлим, ауыл ҡарттары ла шаһит булһындар тип, әле генә беҙҙе алып сыҡты лар. Йәстү намаҙынан ҡайтып, яңы ғына сәйгә ултырғайным. Бына шулай, эш харап, хәҙрәт! Үҙең шәриғәт ҡушҡанды эшлә! — тине. Шул ергә еткәс, Ғәбдрахман бабайҙың тыны бөттө. Был да, үҙенең был ҙур эште аңлата алыуына шикләнгән кеүек, тирә-яғындағы кешеләргә ҡараны.
Ҙур ҡурҡыныстың төбө асылды. Ҙур ваҡиғаның сере беленде...
Ахун хәҙрәт, Ғәбдрахман бабайҙың һүҙҙәрен түҙемһеҙлек менән тыңлап бөткәндән һуң, урынынан ҡуҙғала төштө. Уның йөҙөнә тағы ла етдилек һәм асыу ғәләмәте сыҡты...
Шәкерттәр, урындарынан ҡуҙғалып, баштарын күтәреп, алғараҡ сығырға тырышып ҡарай башланылар. Ҡайһы бер ҙурыраҡ шәкерт тәрҙең йөҙҙәренә ҡыҙыллыҡ сыҡты... Был ваҡиға, был ҡурҡыныслы эш, миңә йәшен кеүек килеп һуғылды.