Мәжит Ғафури. Фәҡирлектә үткән тереклек. Повестар һәм хикәйәләр - 2020. Страница 69.

Ул ҡайтып, ил күҙенә күренгәс, уның тураһында тағы ла төрлө һүҙ­ ҙәр сыҡты: «Ул больницала ятып төҙәлә алмаған икән, уның йөрәгенә ҡан һауышҡан икән... Бынан һуң мандый алмаҫ инде... Туҡмаусылар менән хәҙрәт өҫтөнән судҡа биреп ҡайткан икән. Ысын-ысынлап терелеп алһам, уларҙан үс алмай ҡалмам әле, ти, имеш. Миңә бер нәмә лә булмаҫ, тик Ғәлимәне генә әрәм иттеләр, тип Ғәлимәне бик ҡыҙ­ ғана, уның өсөн сикһеҙ ҡайғыра икән...» — кеүек, әллә ни тиклем хә­ бәрҙәр һөйләй башланылар. Был хәбәрҙәр төрлө кешеләр арҡыры тағы ла беҙгә лә, Фәхри бабайҙарға ла ишетелеп йәки юрамал ишеттерелеп торалар. Был хәбәрҙәр һаман Ғәлимә апай менән бәйләндерелеп һөй­ ләнгәнгә, бик ауыр, күңелһеҙ тәьҫир ҡалдыралар ине.

Халыҡ уның шундай һүҙҙәрен күсереп һөйләү менән бергә, уның хурлыҡҡа ҡалыуына сәбәп булған, уны тотҡан һәм туҡмаған кешеләр­ ҙең дә маҡтанған һүҙҙәрен һөйләйҙәр. Улар әйтәләр, имеш: «Улай бик шәбәйеп китһә, беҙ уға күрһәтербеҙ, ҡайҙа баҫырға урын да тапмаҫ!.. Тештәрен, һурып, ҡулына тотторорбоҙ, ҡабырғаларын яңынан һанар­ быҙ, әле аҙ булғандыр...» — тиҙәр икән.

Шуның өҫтөнә ахун хәҙрәттең дә унан һис бер риза түгел икәнен, уның: «Ул фатихаһыҙ егет ғүмергә изгелек күрмәһен, гонаһ эшләгәне етмәгән, уның өҫтөнә ололар өҫтөнән прошение биреп йөрөй торған булһа, ҡул-аяғы тартышыр...» — тип ҡарғай, рәнйей икән, тиҙәр.

Шулай итеп, онотолоп бара яҙған эштәр Закир ағай ҡайтҡас кире ҡуҙғалып, ваҡиға тағы ла ҡабатланып һөйләнә башланы.

Кәрәк кемдең генә ауыҙынан һөйләнгән һүҙ булмаһын, ул һүҙҙәр­ ҙең бөтәһе лә беҙҙең өйгә лә, Фәхри бабайҙарға ла шунда уҡ килеп етә, беҙҙең ике йорт эсендәге күңелһеҙлек арткандан-арта бара ине.

Һуңғы ваҡытта, Закир ағайҙың әсәһе лә беҙгә бик йыш килеп, ҡайғы-хәсрәттәрҙе уртаҡлашып китә торған булды. Закир ағай ҡайтыу хәбәре сығып, бер нисә көн үткәс, ул тағы ла беҙгә килгәйне. Был килеүендә ул бик төшөнкө күренде. Ул килеп ингәс, әсәйем бөтә эштәрен ташлап, уның менән һөйләшергә, Закир ағайҙы һорашырға керешеп китте. Әсәйемдең: «Закир бик иҫән ҡайтҡанмы?» — тип һорауына ҡаршы, көрһөнөп кенә: — Былай иҫән ҡайткан да ҡайтыуын... Әллә ни эшләп бик ябығып, бөтөрөнөп ҡайткан, докторҙар, эшләмәй, өйҙә генә торорға ҡушҡан­ дар, «ауырыуың эскә төшкән», тиҙәр икән. Үҙе былай артыҡ белдер­ мәһә лә, бер ҙә боронғо кеүек түгел, уйлана ла тора. Белмәйем инде, нисек булыр...

— Теге ваҡытта бик ныҡ туҡмағандар икән шул... Сәлим, мин уның арҡаһына өс ҡаҙаҡлы гер менән бирҙем, тип әйтә, ти, шунан һуң танауынан шаулап ҡан китте, тип маҡтана, ти.

Әсәйемдең был һүҙҙәренән һуң ул ҡурҡынып киткән кеүек булды: — Сәнселеп китһендәр инде. Бер ҙә юҡтан харап иттеләр. Үҙем дә йөҙөнә ҡарайым да, бер ҙә сырайы асылмағас, боронғо төҫө ҡайтма­ 70
Закрыть