кире ҡайтып, ни йөҙ менән күренһен? Әҙерәк ояты булһа, ҡайтмаҫ шул! — тип һөйләйҙәр. Ҡайһы берәүҙәр: — Ул бик ныҡ туҡмалды бит, ул инде төҙәлмәҫлек булып имгәнгән, тиҙ генә ҡайта алмаҫ, бер рәт шауҡын һуҡһа, шулай була инде ул!.. — тиҙәр ине.
Шуның өҫтөнә, уның тураһында, Ғәлимә апайға сығарылған бәйет-йырҙар кеүек, мыҫҡыл итеп йәки ҡыҙғанып бәйеттәр-йырҙар сығарылып өлгөрөлгән, ул йырҙарҙы ауыл халҡы бер-береһенән күсе реп алып, осраған бер ерҙә уҡып, йырлап йөрөй торған булып китте ләр. Бигерәк тә был йырҙар мәҙрәсәнең вағыраҡ шәкерттәре араһында ныҡ таралып, улар ул йырҙарҙы үҙҙәренең ҡалын дәфтәрҙәренә яҙып, шунан икенселәре күсереп, ҡулдан ҡулға йөрөтәләр ине. Был йырҙар, беҙҙең ауылда ғына ҡалмай, шул шәкерттәр арҡыры күрше ауылдарға ла таралып өлгөрҙө. Шулай итеп, был ваҡиға бер беҙҙең ауылда ғына түгел, тирә-яҡ ауылдарҙа ла ғибрәт булып һөйләнә-йырлана башланы. Закир ағай менән Ғәлимә апай тураһындағы төрлө һүҙҙәр һәм төрлө бәйеттәр менән йырҙар, төрлө сәбәптәр менән төрлө кешеләр арҡыры беҙгә һәм Фәхри бабайҙарға ла ишетелеп, йәрәхәт өҫтөнә тоҙ һипкән кеүек, һаман ҡайғы-хәсрәтте яңыртып, күңелһеҙлекте арттырып торорға сәбәп булалар ине.
Ул туралағы һүҙҙәр һөйләнгәндән, йырҙар йырланғандан, бәйеттәр уҡылғандан һуң, ишетеп торған бер кеше уфлап ҡуя ла, һуңынан ихтыярһыҙ рәүештә: — Аллам һаҡлаһын, Хоҙай балаларыңа күрһәтмәһен! Был хур лыҡты күргән Закир нисек ҡайтһын да, нисек итеп кеше күҙенә күренһен? — тип, ҡуялар ине.
Ғәлимә апай хәҙер үҙе тураһындағы һүҙҙәрҙе, Закир ағай менән үҙе тураһында сығарылған бәйет һәм йырҙарҙы тыңлай торғас, уларға ҡолаҡ һалмау дәрәжәһенә килеп етте. Йәки ул уларҙы үҙенә хурлыҡ йәки хурлыҡ түгелме тип уйлау дәрәжәһенән үтте. Хәҙер уның өсөн бөтәһе лә бер, ул улар өсөн ҡайғырмай, йәки ҡайғырырға ла белмәй ине.
Закир ағай китеп, юғалып бер ай самаһы үткәс кенә уның ҡайтыу хәбәрен ишеттек. Ул ҡайтҡайны.
Мин уны беренсе тапҡыр күреүемдә аптырап киттем: хәҙер уның ике бите боронғо кеүек ҡыҙарып янып тормай. Күҙҙәре эскә бата төш кән, үҙе арыҡланып киткән, һул яҡ күҙе өҫтөндә ат типкән кеүек эҙ ҡалған. Уң яҡ күҙе ҡыҫылыңҡырап ҡалған кеүек тора. Кәүҙәһе лә боронғо кеүек, тура түгел, бәлки эсе йәки биле ауыртҡан кеше кеүек, алға табан эйелеңкерәп йөрөй, шуның өҫтөнә уның күңелһеҙлеге әллә ҡайҙан күренеп тора. Шул хәлде күргәс, мин уны бик ҡыҙғандым. Ул хәҙер сит ауыл кешеһе кеүек, бик ҙур ҡайғыһы бар кеше кеүек, оҙаҡ ауырығандан һуң яңы ғына терелеп, урамға беренсе тапҡыр сыҡҡан кеше кеүек булып күренде.
69